Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март , 15:44

Апрелдә +25 градус йылы була

Ә мартта? Синоптиктар яҙҙың икенсе яртыһы аномаль булыр тип фаразлай.

Март аҙағында һәм апрелдә һауа торошо Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ғәжәпләндерәсәк. Яҙҙың тәүге айының һуңғы көндәрендә ҡапыл йылыта, термометр бағанаһы +10 градусҡа тиклем күтәрелә.

“Фобос” үҙәге синоптиктары ентекле фараз бирҙе. Рәсәй метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, “плюслы” һауа температураһы көндөҙ 29 мартта билдәләнәсәк. 28 һәм 29 мартта ямғыр яуыуы көтөлә. 29 марттан 2 апрелгә тиклем көндөҙ +8, +10 градус булыуы фаразлана. 4 һәм 5 апрелдә һауа +15, +16 градусҡаса йылына. Төндә 0-дән -2 градусҡаса һалҡын буласаҡ. 6 апрелдән 12-һенә тиклем көндөҙ +9-13 градус булыуы көтөлә. 13 апрелдән көндөҙ +3, +5 градусҡаса һалҡынайта.

Төндә плюс температура апрелдең икенсе яртыһында билдәләнәсәк. 20 апрелдән һуң көндөҙ +25 градусҡаса, төндә +7 градусҡаса йылыта.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас