Был хаҡта «Честно говоря» программаһында Башҡортостандың туризм министры Светлана Верещагина һөйләне.
«2023 йылдан республика федераль аҡсаны әүҙем йәлеп итә, беҙ иһә уларҙың күләме буйынса алдынғыларҙың береһе. Һуңғы өс йылда 200-гә яҡын проект хуплау тапты. Бер нисә ай эсендә бизнесмендар өсөн сираттағы конкурс иғлан итербеҙ», – тине Верещагина.
Бынан алдараҡ ведомство һалым һалыуҙағы үҙгәрештәрҙең туризм өлкәһендәге эшҡыуарҙарға нисек йоғонто яһауын хәбәр иткәйне.