Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март , 09:07

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2026" республика конкурсы башланды

Ғаризалар һәм конкурс материалдары 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсында - быйылғы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башлай. Теләһә ниндәй продукцияны (аҙыҡ-түлек тауарҙары, халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары, производство-техник тәғәйенләнештәге продукция) йәки хеҙмәттәрҙе тәҡдим итергә мөмкин.

Конкурс Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2000 йылдың 24 ноябрендәге 1191-р һанлы бойороғона ярашлы 2001 йылдан башлап йыл да үткәрелә. Конкурс комиссияһы рәйесе - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры А. Г. Назаров.

Конкурс бик популяр. Былтыр Башҡортостандың 94 предприятиеһы еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Күп кенә ойошмалар конкурста йыл һайын тиерлек ҡатнаша, яңы эшләнмәләрҙе лә, традицион тауарҙарҙы ла, хеҙмәттәрҙе лә күрһәтә, уларҙың сифатын һәм алдан алған исемдәрен раҫлай.

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» логотибын ҡулланыуҙан тыш, республика конкурсы лауреаттары «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурс программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген ала. 2025 йылда федераль кимәлдә Башҡортостан наградалары иҫәбен 108 лауреат һәм дипломант дипломы һәм махсус бүләктәр тулыландырҙы.

Ғаризалар һәм конкурс материалдары 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашырға теләгән ойошмалар, эшҡыуарҙар уның талаптары менән алдан танышырға тейеш. Конкурс тураһында Положение һәм бөтә кәрәкле документтар Росстандарттың төбәк үҙәге сайтында - www.bashtest.ru урынлаштырылған.

Сирек быуат эсендә конкурс мәктәбен республиканың 600-гә яҡын предприятиеһы һәм ойошмаһы үткән. Еңеүсе статусы компания өсөн һөҙөмтәле маркетинг ҡоралы булып тора, ул һатыуҙы арттырырға, тауарҙы яңы баҙарҙарға сығарыуҙа өҫтөнлөк алырға, яңы клиенттар йәлеп итергә мөмкинлек бирә. «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсында ҡатнашыу өсөн ғариза һәм документтар тупланмаһы 2026 йылдың 1 апреленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450006, Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 82, 7-се ҡат, к. 7-2. Тел(347) 272-87-77. E-mail: iao@bashtest.ru.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас