Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март , 09:05

Башҡортостан Рәсәй студенттар отрядтарының округ конкурсында ҡатнаша

Волга буйы федераль округында Рәсәй студенттары отрядтарының "Волга буйы федераль округы КАДР артынан Кадр" медиа-конкурсы старт алды.      

Башҡортостан Рәсәй студенттар отрядтарының округ конкурсында ҡатнаша
Башҡортостан Рәсәй студенттар отрядтарының округ конкурсында ҡатнаша

Башҡортостан Республикаһы исеменән «ПФО РСО блогеры» номинацияһында Төбәктең үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары етәксеһе Вера Токарева сығыш яһай. Ул һәм округтың тағы 14 вәкиле иң яҡшы исем өсөн көрәшәсәк. Конкурс өс этапта уҙғарыла: заявка, һайлап алыу, онлайн-этап. Һайлап алыу этабы йомғаҡтары буйынса иң күп балл йыйған ҡатнашыусылар категория финалсыһы була. Финалсылар онлайн-этапты ситтән тороп үткәндә заданиелар үтәй, был номинацияла еңеүсе һәм призерҙар билдәләнә.

Параллель рәүештә «РСО-ның төбәк бүлексәһенең "Бәйләнештә"ге иң яҡшы берләшмәһе» номинацияһында Башҡортостандың Студенттар отрядтарының пиар-бүлеге етәксеһе Влада Сәйфуллина ҡатнаша.

Йәш дизайнерҙар, копирайтерҙар, фотографтар командаһы менән бергә уңышлы үтеү өсөн заданиелар үтәйәсәк. Йомғаҡ Волга буйы федераль округы студенттар отрядтарының XVI слеты майҙансыҡтарында яһаласаҡ.

Фото: Башҡортостандың Студенттар отрядтары.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-03-06/bashkiriya-primet-uchastie-v-okruzhnom-konkurse-rossiyskih-studencheskih-otryadov-4604676

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас