Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов байрамда ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләп, әүҙем, һөҙөмтәле эш алып барған «Ағинәйҙәр» ойошмаларын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Шулай уҡ яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәткәне өсөн Маҡан ауылынан Әлмира Биктимироваға Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге 2-се мотоуҡсылар батальонының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Кәримова «Ағинәйҙәр» ойошмаларының эшенә юғары баһа бирҙе, иңдәренә һалынған тиҫтәләгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәүҙәрен һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә уларҙың өлөшө айырыуса баһалап бөткөһөҙ икәнен билдәләне. Артабан «Ағинәйҙәр» ойошмаларының етәкселәренә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына әүҙем ярҙам күрһәткәндәре өсөн Таштуғай һәм Садовый ауылдарының волонтерҙарына район хакимәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Хәйбулла районының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова ойошманың 15 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе менән таныштырҙы, һәр ауыл ағинәйҙәренең эшмәкәрлегенә айырым туҡталып, ниндәй йүнәлештә эшләүҙәре тураһында һөйләне һәм райондың йөҙөк ҡашы булған ағинәйҙәргә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Материалды тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.