Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март , 10:30

Башҡортостанда бензиндың хаҡы үҙгәргән

«Башнефть-Розница» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында яғыулыҡтың хаҡы үҙгәргән.

Башҡортостанда бензиндың хаҡы үҙгәргән
Башҡортостанда бензиндың хаҡы үҙгәргән

22 февралдә лә хаҡтың артыуы теркәлгәйне.  

«Заправки» ҡушымтаһы мәғлүмәттәре буйынса, бензиндың түбәндәге маркаларына хаҡ 30 тингә артҡан: АИ-92 — 60,85 һум, АИ-95 — 64,85 һум, АИ-92 ATUM — 62,20 һум, АИ-95 ATUM — 66,10 һум. АИ-100 иһә 50 тингә ҡиммәтләнгән — 87,15 һум.

«Лукойл» компанияһы АЗС-тарында ла яғыулыҡ ҡыйбат, тип хәбәр итә russiabase.ru сайты. АИ-92 бензины – 63,32 һум, АИ-95 – 68,09 һум, ә дизель яғыулығы 76,68 һум тора.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-03/v-bashkirii-na-azs-izmenilis-tseny-na-toplivo-4599532

Автор: Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостанда бензиндың хаҡы үҙгәргән
Башҡортостанда бензиндың хаҡы үҙгәргән
Автор:
Читайте нас