Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март , 22:45

Дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш булдырыу буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ

Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы 2025 йылда Дәүләт хеҙмәттәре порталының кире элемтә платформаһында төбәктәрҙең эшенә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан 610 балл йыйып, рейтингтың тәүге биш төбәге иҫәбенә инде. 

Дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш булдырыу буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ
Дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш булдырыу буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ

Платформа халыҡҡа власть органдарына, учреждениеларға һәм ойошмаларға мөрәжәғәттәр ебәрергә, шулай уҡ һорау алыуҙарҙа һәм тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Бындай сервистарҙы үҫтереү Мәғлүмәт иҡтисады милли программаһының бурыстарына инә.

- Дәүләт граждандарҙың ведомстволар менән электрон аралашыу мөмкинлектәрен эҙмә-эҙлекле киңәйтә. Республикабыҙҙа кире бәйләнеш платформаһы 2021 йылдан эшләй. Халыҡ уны әүҙем ҡуллана: былтыр ғына 252 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән — был 2024 йылға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күберәк, - тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Хәҙер системала төбәктең 4172 ойошмаһы теркәлгән. Улар араһында — республика башҡарма власть органдары, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, муниципалитеттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, идара итеүсе компаниялар һәм башҡалар.

Мөрәжәғәтте ведомстволарҙың рәсми сайттарында махсус виджеттар аша йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" мобиль ҡушымтаһы аша ебәрергә мөмкин. Бергә хәл итәбеҙ. Бынан тыш, халыҡ һорау алыуҙарҙа һәм тауыш биреүҙәрҙә ҡатнаша ала. Былтыр платформала төрлө темаларға 786 ошондай башланғыс урынлаштырылған.

Кире бәйләнеш платформаһы «Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы базаһында эшләй. Ул аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү генә түгел, ә йәмәғәт тауыш биреүҙәре аша бюджет средстволарын бүлеүгә йоғонто яһау мөмкинлеген дә бирә.

Элекке көн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын МАХ социаль селтәре аша дистанцион рәүештә ябырға мөмкин.

Альбина ЗУБАРЕВА фотоһы.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2026-03-02/bashkiriya-voshla-v-pyatyorku-liderov-po-vnedreniyu-obratnoy-svyazi-na-gosuslugah-4598258

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас