

Район, ауыл биләмәһе хакимиәттәре, район ветерандар советынан тыш, олпат йәшен билдәләүсе аҡһаҡалды Өфө ауылының ағинәйҙәре лә тәбрикләне. "Йәшәргә лә әле йәшәргә" - тигән моңло йыр менән еткерҙе улар юбилярға изге теләктәрен.
Үҙенә яңғыраған матур теләктәрҙе ихлас ҡабул итеп, олатай үҙе лә йөҙ йәшкәсә етеү теләген белдерҙе. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бар ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған ил ағаһы бөгөн дә етеҙлеген, тормош һөйөүсәнлеген юғалтмаған. Бынан бер нисә йыл элек ҡатыны яҡты донъя менән хушлашҡас, үҙ аллы донъя көтә, эргәлә йәшәгән балалары һәр саҡ ярҙам итеп тора. Район баҫмаларының даими уҡыусыһы булып, бөтә яңылыҡтар менән дә яҡшы хәбәрҙар. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, рух ныҡлығын ташламаған юбилярға артабан да ныҡлы сәләмәтлек, үҙе ниәт итеүенсе йөҙ йәшкәсә йәшәргә насип булыуын теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте