Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә 25-26 февралдә Силәбе губернаторы Алексей Текслер рәйеслегендә өлкә делегацияһы булды. Рәсми сәфәр барышында ике төбәк вәкилдәре төрлө тармаҡ, көнүҙәк бурыстар, заманса башланғыстар буйынса фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатында килешеүҙәр төҙөнө.
Тәүге көндә Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын ҡараны. Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Сергей Зюсь Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең фирма магазинында булды. Уны республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина яңы магазиндың эшмәкәрлеге, продукцияһы менән таныштырҙы. Быйыл нәшриәттә “Силәбе башҡорттарының рухи донъяһы” тигән китап сығасаҡ. Уны күрше өлкә халҡы ла алыу мөмкинлегенә эйә: “Китап”тың Силәбелә өс магазины эшләй.
Максим Ульчев күрше өлкә журналистарын, спикерҙарын беҙҙә үткәрелгән “Медиайыйын” республика медифорумында ҡатнашырға саҡырҙы. Сергей Зюсь тәҡдимде ихлас ҡабул итте. Ул да Башҡортостан журналистарын Силәбелә уҙғарылған “Медиагора-2026” төбәк-ара форумына саҡырҙы.
Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, Башҡортостан юлдаш телеканалында “Уралым” тапшырыуын күрһәтә башлаясаҡтар. Билдәле булыуынса, ул Силәбе телевидениеһында булдырылған. “Уралым”да башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, йолалары, рухи ҡиммәттәре киң яҡтыртыла.
26 февралдә “Торатау” конгресс-холында “Төбәк-ара диалог: милли көс төбәктәрҙең берҙәмлегендә” тигән форум булды. Унда “Илһөйәрлек тәрбиәһе һәм МХО-ға ярҙам: Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаларының эш тәжрибәһе”, “Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең туристик мөмкинлектәре”, “Төбәктәрҙең фәнни-белем биреү йәһәтенән бәйләнеше. Кампустар селтәрле инновация мөхите булдырыу ҡоралы булараҡ”, “Хеҙмәттәшлек картаһы: берҙәм етештереү сылбыры булдырабыҙ”, “Һаулыҡ һаҡлау темаһы буйынса мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү” темалары буйынса майҙансыҡтар эшләне.
Артабан Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе рәсми вәкилдәренең осрашыуы булды. Уға ярашлы, төбәктәрҙең иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте презентацияланды. Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисад, фән, техника, социаль, мәҙәни тармаҡтар араһында килешеүҙәр төҙөлдө. Документтарға Радий Хәбиров менән Алексей Текслер ҡул ҡуйҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...
Автор: Дилбәр Ишморатова