Иштановтарҙың ғаиләһе 2015 йылда барлыҡҡа килгән. Әле ғаилә башлығы Айрат Марат улы “Һаҡмар” шифаханаһында һаҡсы булып эшләй. Әлиә Рәфил ҡыҙы шул уҡ шифаханала эшләп, әлеге мәлдә декрет ялында бәләкәс улы менән өйҙә. Йәш әсәнең һәр көнө балалар тәрбиәләү менән ваҡиғаларға бай һәм һиҙелмәйенсә үтә. Тормош иптәшен, улы һәм ҡыҙҙарын мәктәпкә, балалар баҡсаһына оҙатып, ҡаршы алып ғаиләһен тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаилә усағын, өй йылыһын һаҡлай. Үҙе лә ете балалы ишле ғаиләлә үҫкәс, күп бала әсәһе булыуы бәхет, тип иҫәпләй.
Айрат Иштанов йорт эшенән бушаған арала ижад итә. Ул йырлай, оҙон көйҙәр башҡара, йырҙар яҙа, ҡурайҙа уйнай, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша, шулай уҡ ауылдың волейбол командаһын етәкләй. Тамада менән бергә эшләп, саҡырыу буйынса юбилей һәм туйҙарҙы ла музыкаль яҡтан биҙәй. Иң мөһиме – дүрт балаһына хәстәрлекле атай ул. Уҙған йылдың декабрь айында Өфөлә үткән «Башҡорт йыры» республика телевизион бәйгеһендә ҡатнашып, үҙенең моңло йыры менән тамашасыны әсир итте.
Иштановтар ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләй. Улдары Ильяс ауыл мәктәбендә 3-сө класта, ҡыҙҙары Айсулпан 2-селә уҡыһа, Айсилә балалар баҡсаһына йөрөй. Кинйә улдары Аязға ни бары ике йәш.
–Балаларыбыҙ – өйөбөҙ йәме. Икебеҙ өсөн дә ғаилә иң мөһиме, төп байлығыбыҙ, шатлыҡ-ҡыуанысыбыҙ — балалар. Уларҙы башҡорт рухлы итеп үҫтереү төп маҡсатыбыҙ, – ти Иштановтар.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 8-се һанында.