

Башҡортостандың дәүләт флагы йәшел, аҡ һәм күк төҫтәрҙән (аҫтан өҫкә) тора. Аҡ һыҙаттың уртаһында ете тажлы ҡурай сәскәһен уратып алған алтын түңәрәк.
Башҡортостан флагындағы күк төҫ – республика халыҡтарының уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты; аҡ – тыныслыҡ һөйөүҙе, асыҡлыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлекте; йәшел – азатлыҡты һәм тормоштоң мәңгелек булыуын аңлата. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Флагтың барлыҡҡа килеү тарихы БАССР-ҙың Министрҙар Советы иғлан иткән дәүләт символдарының иң яҡшы варианттарына конкурстан башлана. Йәмғеһе 40-ҡа проект тәҡдим ителә. Күк, йәшел, аҡ һыҙатлы һәм йәшел һыҙат уртаһында ҡурай сәскәһе төшөрөлгән вариант ҙур хуплау таба. Юғары Совет раҫлаған флаг вариантының авторҙары – Ольга Асабина һәм рәссам Урал Мәсәлимов.
«Башҡортостан флагы республика халҡының берҙәмлеген символлаштыра. Ул ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫкә төшөрөп тора һәм яңы уңыштарға илһамландыра.
Бөгөн флаг республикабыҙҙы һаҡлаусыларҙың батырлыҡ, намыҫ һәм бер-береңә ярҙам итеү символы ла булып тора. Башҡортостан флагы төшөрөлгән шеврон хәҙер таный торған билдә генә түгел, ә ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм антҡа тоғролоҡ символы ла», – тине республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе Зөлфиә Ғайсина.