Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль , 20:51

Яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы!

Бөгөн Кремлдә Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тапшырылды.

Яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы!
Яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы!

23 февралдә Кремлдә илдең Оборона министрлығы һәм Росгвардия хәрбиҙәренә Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды.

– Ватанды һаҡлаусылар көнө – һуңғы йылдарҙа айырыуса ғорурлыҡ һәм рәхмәт хисе менән билдәләгән байрам менән ҡотлайым! – тип мөрәжәғәт итте Рәсәй Президенты Владимир Путин. – Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, илебеҙгә, халҡыбыҙға оло һөйөү тойғоһо менән махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгән, сиктәребеҙҙе һаҡлаған һәр кемде ҡотлайым! Рәсәй үҙенең киләсәге, бойондороҡһоҙлоғо һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә. Алғы һыҙыҡта – көслө, ҡыйыу, ҡаһарман кешеләр – Хәрби Көстәр һалдаттары һәм офицерҙары, Милли гвардия ғәскәрҙәре яугирҙәре, Эске эштәр министрлығы, махсус хеҙмәттәр һәм подразделениелар хеҙмәткәрҙәре. Бөгөн Кремлгә йыйылған кешеләр ҙур тәжрибәгә эйә профессионалдар ғына түгел. Улар - махсус хәрби операция башланғандан алып һалдаттары менән яуҙа булған, ҡатмарлы һынауҙарҙы бергә үткән командирҙар. Ныҡлы рухи принциптары, идеалдары булған кешеләр, Рәсәйҙең илһөйәрҙәре. Юғары дәүләт наградалары һәм тәү сиратта – Геройҙарҙың "Алтын Йондоҙо" – һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙҙың билдәһе.

Тантанала бүләкләнгәндәр араһында яҡташыбыҙ, Салауат районында тыуып үҫкән Вәсил Ямалетдинов та булды. Ил Президенты уға “Алтын йондоҙ” тапшырҙы.

Рәсәй Федерацияһы Геройы Вәсил Ямалетдинов – Көнсығыш хәрби округы 5-се дөйөм ғәскәр армияһы 60-сы мотоуҡсылар бригадаһы мотоуҡсылар батальонының рота командиры. Уның командалығында Алыҫ Көнсығыш бригадаһы штурмлау ротаһы яугирҙәре, иң тәүгеләрҙән булып тораҡты штурмлап, Еңеүгә юл ярып, Гуляй-полеға барып инде.

Геройҙың тамырҙары – Салауат районынан. Уның атаһы Камил Ямалетдинов - Әлкә ауылынан, ә әсәһе – Башҡорт Илсекәйенән. “Катав” 9-сы класҡа тиклем үҙҙәрендәге мәктәптә уҡыған, артабан Ҡытаутамаҡ механика техникумында белем алған. Бәләкәйҙән спорт, айырыуса бокс менән шөғөлләнгән. “Катав” Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән, унда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Шунда уҡ ғаилә ҡорған, ҡыҙы бар.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уны юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас