ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль , 06:41

Рәсәйҙә судьялар корпусын “таҙартыу” башланды

Судьяларҙың юғары квалификация коллегияһының февраль ултырышын белгестәр эпохаль ваҡиға тип атай.

Был ултырыштан һуң 25 судья отставкаға киткән, берәүһе статустан мәхрүм ителгән һәм 36 судья вәкәләттәрен туҡтатҡан, тимәк, тейелмәҫлек хоҡуғын да юғалтҡан, тип яҙа kp.ru сайты.

Фемидаға хеҙмәт итеүселәрҙең күп миллиардлы мөлкәткә эйә булыуы тураһындағы мәғлүмәттәр бынан алдараҡ та күренә башлағайны инде. Былтыр сентябрҙә Юғары судҡа генераль прокурор Игорь Краснов етәксе булып килгәс, күп кенә судьяларҙы эштән ебәрәсәктәре тураһындағы хәбәр таралғайны.  Ул биргән тәүге интервьюларында уҡ шулай тине: “Үҙенең ҡарарҙарында судтар губернатор әйткәнгә түгел, ә ҡануниәткә һәм Рәсәй Юғары суды ғәмәленә таянырға тейеш. Судьяларға тыштан баҫым яһау бөтөрөлә”. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашҡанда Игорь Краснов халыҡтың судҡа ышанысын нығытыу өсөн барыһын да эшләйәсәген вәғәҙә итте.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас