Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Февраль , 22:41

Башҡортостан тағы юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде

2024 йылда – 10-сы, 2023 йылда – 12-се, 2021 йылда 40-сы урында ине.

Башҡортостан тағы юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде
Башҡортостан тағы юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде

Был - иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе

Стратегик башланғыстар агентлығының былтырғы тормош сифаты милли рейтингында Башҡортостан туғыҙынсы урынды биләй – республика бер баҫҡысҡа күтәрелгән. Белеүебеҙсә, 2025 йылдың 19 февралендә агентлыҡтың Күҙәтеү советы ултырышы барышында ведомство етәксеһе Светлана Чупшева Тормош сифаты милли рейтингы һөҙөмтәләрен Рәсәй Президенты Владимир Путинға күрһәткәйне. Әйткәндәй, республика федераль агентлыҡ тикшереүҙәрендә, ғәҙәттәгесә, юғары урындарҙы биләй. 2024 йылда Башҡортостан – 10-сы, 2023 йылда  – 12-се, 2021 йылда 40-сы урында ине.

Был, төбәктәрҙә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы менән бер рәттән, иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе. Агентлыҡ уны халыҡ фекерен иҫәпкә алып әҙерләй, халыҡтан һорауҙарға яуап алыу үткәрә. Йәғни рейтинг интеграль булып тора һәм эштәрҙең ысынбарлыҡтағы торошон сағылдыра.

Тормош сифаты рейтингы барлыҡ төп йүнәлештәргә ҡағыла – ғаиләләргә ярҙам итеү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экологик именлек, таҙалыҡ, хәүефһеҙлек, торлаҡ, инфраструктураны үҫтереү, эшләү өсөн мөмкинлектәр, йәшәү өсөн мөхит булдырыу.

Стратегик башланғыстар агентлығының былтырғы тормош сифаты милли рейтингында Башҡортостандың туғыҙынсы урын биләүе республикалағы халыҡ тормошо шарттарының һәм именлегенең үҫеше буйынса төрлө йәһәттән алға китеш һөҙөмтәләрен сағылдыра. Былтыр Башҡортостанда йәшәүселәр тормошон яҡтыртыу маҡсатында етди эш атҡарылған. 2025 йылда милли проекттарҙы томошҡа ашырыуға 50 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Уларҙың ҙур өлөшө – 5,6 миллиард һумы – федераль аҡса.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы: “Башҡортостан Тормош сифаты милли рейтингында бер баҫҡысҡа күтәрелде –  2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙ туғыҙынсы урын яуланыҡ. Тикшереүҙәр һөҙөмтәләрен Стратегик башланғыстар агентлығының Күҙәтеү советы ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға күрһәттеләр.

...Оҙаҡ йылдар дауамында насар булмаған үҫеш һаҡлана. Былтыр беҙ беренсе тапҡыр тормош сифаты юғары булған тәүге 10 төбәк араһына индек. 2021 йылда 40-сы урында ғына инек”.

Республикала йәшәүселәр өсөн унлаған социаль объект, шул иҫәптән мәктәптәр, поликлиникалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлгән. Шулай уҡ 170 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән һәм инженер селтәрҙәре заманлаштырылған. Төбәктә торлаҡ менән тәьмин итеү Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән күберәк, ә халыҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең яҡшыртылыуын тойған да инде.

12 йүнәлеш иҫәпкә алынған

Башҡортостандағы тормош сифаты рейтингының барлыҡ төп күрһәткестәре илдәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ.

“Рейтинг төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең һорауҙарға яуаптары, статистик һәм геоаналитик мәғлүмәттәр нигеҙендә төҙөлә. Барлығы 12 йүнәлеш буйынса 149 күрһәткес иҫәпкә алына. Улар тормошобоҙҙоң төрлө тармаҡтарын – матди именлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хәүефһеҙлек, спорт үҫеше, мәҙәниәт һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала”, - тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Айырым алғанда, Башҡортостан торлаҡ шарттары, эш һәм үҙ эшең, төҙөкләндереү, экология, хәүефһеҙлек һәм ғаилә (халыҡты һаҡлау) күрһәткестәре буйынса уртаса федераль күрһәткестәрҙән юғарыраҡ.

Республиканың социаль-иҡтисади күрһәткестәре 12 йүнәлеш буйынса баһаланған. Былтыр улар 10 ине. Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингына яңы тректар – “Халыҡты һаҡлау”, “Матди именлек”, “Спорт, мәҙәниәт һәм ял” индерелгән. Былтырғы рейтинг йүнәлештәре түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала: халыҡты һаҡлау, эш һәм үҙ эшең, мәғариф һәм үҫеш, матди именлек, торлаҡ шарттары, төҙөкләндереү, транспорт һәм спорт, мәҙәниәт һәм ял, һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау, социаль яҡлау, экология, хәүефһеҙлек. Бынан тыш, 2025 йылда беренсе тапҡыр граждандарҙың дүрт төркөмө – ветерандар һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, һәм уларҙың ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр, инвалидлығы булған кешеләр, йәштәр. “Был һандар атында – тотош идара итеү командабыҙҙың масштаблы һәм тырыш хеҙмәте. Һәм, әлбиттә, артабан да республикала кешеләргә йәшәү, эшләү, уҡыу һәм балалар үҫтереү өсөн уңайлы булһын өсөн көс һаласаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы.

Рейтинг пункттарының береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан бик юғары баҫҡыстарҙы биләй.

Әйткәндәй, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн 55 төр ярҙам сараһы бар. Башҡортостан Башлығы 18 февралдә Өфөлә үткәрелгән ҡала Советы депутаттары кәңәшмәһендә түбәндәгеләр тураһында әйтте: “Үткән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына ярашлы, ярҙам итеү системаһын киңәйттек. Ярҙам сараларын  55-кә еткерҙек, финанслау 31 миллиард һумға тиклем тиерлек артты. Дөйөм алғанда, барлыҡ йүнәлештәр буйынса системалы эш, иң тәү сиратта медицина һәм социаль реабилитациялау, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү буйынса эш системаһы төҙөлдө”.

Башҡортостан – “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” масштаблы инклюзив форумын үткәргән беренсе төбәктәрҙең береһе. Былтыр октябрҙә “Барыһы өсөн асыҡ” форумына барышында үткәрелгән “Губернаторҙарҙың осрашыуы” түңәрәк өҫтәл һөйләшеүе барышында Радий Хәбиров: “Инклюзияны үҫтереү – ҙур цивилизациялы эш. Йәмғиәттең цивилизациялы кимәле бигерәк тә иғтибарға йәлеп итеүселәргә - инвалидтарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә мөнәсәбәткә ҡарап билдәләнә. Шуға күрә республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәү уңайлы булған өсөн шарттар булдырыла”, - тине.

Шуны билдәләргә кәрәк: Башҡортостан бер нисә федераль проект – хәҙер тотош Рәсәйҙә тормошҡа ашырылған инновация проекттары һәм программалар авторы булараҡ сығыш яһай. Стратегик башланғыстар агентлығы белгестәре фекеренсә, Башҡортостанда башланғыс алған төп федераль практикаларҙың береһе – “Берлога” милли киберфизик платформаһы. Ул – уҡыусыларҙы технологиялар, технологик белем алыуға йәлеп итеү һәм буласаҡ инженерҙар берҙәмлеген тәрбиәләү буйынса Рәсәй проекты. 18 төбәктә бойомға ашырыла. Тағы бер проект – 360 форматындағы инвестиция майҙансыҡтарында виртуаль турҙар инвесторҙар өсөн үткәрелә һәм Рәсәйҙең дүрт төбәгендә тормошҡа ашырыла. Тағы юл буйы хеҙмәтләндереүе йәһтенән эштәр атҡарыла.

Башҡортостан уңыштары республика социаль-иҡтисади сәйәсәтенең Рәсәй үҫеше маҡсаттарына сағылдыра.

ФЕКЕР:

Диана ФӘРРӘХОВА, “Рәсәй әсәйҙәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк президиумы ағзаһы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, хәйриә, ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе:

 –  “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” инклюзив форумында бер нисә тапҡыр ғына ҡатнашманым. Унда мин “СОГАЗ-Мед” страховка команияһының Өфөләге фиалы етәксеһе булараҡ та ҡатнашам. Проект һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелгән. “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” балалар ижадының инклюзив фестивале, һаулыҡ хәленә ҡарамай, ижади үҫешкә йүнәлтелгән.

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” инклюзив форумы – ул балаларҙы социалләштереүгә һәм уларҙы ғәҙәти тормошҡа йәлеп итеүгә булышлыҡ иткән проект. Һәм тағы был – беҙгә, бер ниндәй сикләүҙәре булмағандарға, төшөнкөлөккә бирелмәү, нисек йәшәү һәм хатта ваҡ ҡына әйберҙәргә ҡыуана белеү өсөн ниндәй көслө рухҡа эйә булырға кәрәклеге миҫалы. Шуға күрә беҙ был проектҡа һәр саҡ булышлыҡ итәбеҙ.

Морат ШАФИҠОВ, Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк башҡарма комитетының рәйестәше:

 – Башҡортостан ғәҙәттәгесә махсус хәрби операцияға, унда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса төп тармаҡтар буйынса 55 ярҙам сараһы бар. 

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
 
Автор:
Читайте нас