Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль , 18:40

Яңы Концепция тәҡдим ителде

Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Рәсәй Федерацияһының Террорға ҡаршы милли комитетының 20 йыллығына, Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең 10 йыллығына, шулай уҡ Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең биш йыллығына арналды.

Яңы Концепция тәҡдим ителде
Яңы Концепция тәҡдим ителде

Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһына йәмәғәт ярҙамы штабында “Милләт-ара тыныслыҡты һаҡлауҙа һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуҙа Башҡортостан эксперт берләшмәһенең роле” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.

Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Рәсәй Федерацияһының Террорға ҡаршы милли комитетының 20 йыллығына, Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең 10 йыллығына, шулай уҡ Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең биш йыллығына арналды.

Осрашыуҙа федераль һәм төбәк эксперттары, власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһының төбәк бүлексәһе ағзалары, Рәсәй тарихи йәмғиәте, Рус география йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, “Белем” Рәсәй йәмғиәте бүлексәләре вәкилдәре, республиканың фәнни һәм мәҙәни учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәл барышында тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһында 2036 йылға тиклем дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы положениелары нигеҙендә Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге тарафынан әҙерләнгән Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәтенең яңыртылған Концепцияһы проекты тәҡдим ителде.

Рәсәй тарихи йәмғиәте идараһы рәйесе, “Ватан тарихы” фондының башҡарма директоры Руслан Гагкуев үҙенең сәләмләү хатында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге бөгөн дә беҙгә дөйөм ватан суверенитетын яҡлауҙа терәк булып хеҙмәт итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бынан тыш, түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов, Башҡортостан йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары, Башҡортостандың террорға ҡаршы комиссияһы аппараты етәксеһе Валерий Олейник сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе советы рәйесе Марат Мәрҙәнов республикала дәүләт милли сәйәсәтенең яңы Концепцияһы проектын тәҡдим итте.

– Илебеҙ алдында килеп тыуған яңы саҡырыуҙар һәм янауҙар дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә стратегик документтарҙы камиллаштырыуҙы талап итә. Ошоноң менән бәйле, Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге 2036 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы положениелары нигеҙендә, дөйөм Рәсәй гражданлыҡ үҙенсәлеген нығытыу, милләт-ара татыулыҡты тәьмин итеү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса федерация субъекттарына ҡуйылған бурыстарҙы иҫәпкә алған яңы Концепция әҙерләне, – тине ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас