Махсус хәрби операция ветерандары Вячеслав Евстифеев менән Шамил Ғәлимйәнов Өфөләге 1-се полилингваль гимназия уҡыусылары өсөн ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрҙе.
Осрашыу ваҡытында ветерандар алғы һыҙыҡтағы хеҙмәттәре тураһындағы иҫтәлектәре, ауырлыҡтарҙы нисек еңеүе, илһөйәрлек тойғоһо әһәмиәте менән уртаҡлашты. Вячеслав Евстифеев иптәштәренең хәрби юлы һәм батырлыҡтары тураһында һөйләне, ә Шамил Ғәлимйәнов ватандаштарҙың берлеген һәм ярҙамсыллығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар балаларҙың намыҫ, батырлыҡ, хәрби туғандашлыҡ, хәүефле мәлдәрҙә ҡурҡыу тойғоһо тураһындағы һорауҙарына асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе урынбаҫары Асия Ғиләжева фондтың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уҡыусылар ветерандарҙың иҫтәлектәрен ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты. Улар үҙҙәренең дә ветерандар кеүек ҡыйыу булырға теләүҙәрен белдерҙе. Сара “Башҡортостан” Республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма һәм китапхана менән берлектә ойошторолдо. 6-сы китапхана директоры Светлана Хорунжая билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар балаларҙа Тыуған илгә һөйөү уятыуҙа, Ватан һаҡсыларына хөрмәт тәрбиәләүҙә ярҙам итә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан бындай йөкмәткеле дәрес йәш быуын өсөн ҙур бүләк булды.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды дөйөм Рәсәй башланғыстарын һәм төбәк тәжрибәһен берләштергән илһөйәрлек тәрбиәһенең күп кимәлле системаһын әүҙем үҫтерә. Төҙөлгән ваҡыттан алып илһөйәрлек йүнәлешендәге 3500-ҙән ашыу сарала алты меңдән ашыу бала ҡатнашты. Статс-секретарь һәм Рәсәй Федерацияһының оборона министры урынбаҫары, фонд рәйесе Анна Цивилева тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләп, фонд хеҙмәткәрҙәренең 43 меңдән ашыу сара үткәреүен белдерҙе.
“Тарихи хәтерҙе һаҡлау – “Ватанды һаҡлаусылар” фонды эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлеш. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ 43 меңдән ашыу илһөйәрлек сараһы үткәрҙе. Уларҙың араһында – авторҙарҙың хәрби йырҙар фестивалдәре, ижади осрашыуҙар, ғаилә спорт ярыштары, шиғри йыйынтыҡтар сығарыу. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә тыныс тормошҡа ҡайтҡан махсус хәрби операция яугирҙәре ҙур роль уйнай”, – тип билдәләне ул.
Былтыр “Ватанға хеҙмәт итәм” проектына ярашлы, 300 ветеран 3,5 меңдән ашыу ҡаһарманлыҡ дәресе үткәргән. Инвалид ветерандар өсөн спорттың адаптив төрҙәренә айырым иғтибар бирелә. Һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә турнирҙар үткәрелә. Фонд шулай уҡ Бөтә Рәсәй ижади эштәр конкурсын үткәрә. 2025 йылда уҙғарылған “Геройҙар иҫтәлегенә тоғробоҙ!” конкурсы өс меңдән ашыу кешене йәлеп итте. Башҡортостан конкурста еңеүселәр өсөн геройҙар тураһындағы иҫтәлекте һаҡлаусы йортҡа әүерелде. Бынан тыш, фонд тарихи-мәҙәни белем биреү буйынса проекттарҙы, шул иҫәптән экспозициялар булдырыуҙы тормошҡа ашыра. Ветерандар ошо экспозицияларҙы яһауҙа эксперт һәм консультант булараҡ ҡатнаша. Быларҙың барыһы ла тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙә ярҙам итә.
Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фонды Башҡортостан филиалының матбуғат хеҙмәте.