Башҡортостандың 270-тән ашыу ойошмаһы МАХ платформаһында рәсми мәғлүмәт каналдарын булдырған. Улар араһында - ресурстар менән тәьмин итеүсе компаниялар, ҙур идара итеүсе ойошмалар һәм граждандар, абоненттар йәки күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән оператив үҙ-ара эш итеүҙе тәьмин итеүсе төбәк операторҙары. Был рәсми каналдар тикшерелгән мәғлүмәттең ышаныслы сығанағы булып тора: бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә көнүҙәк яңылыҡтар, планлы эштәр тураһында оператив белдереүҙәр, коммуналь хеҙмәттәрҙең һүндерелеүе тураһында мәғлүмәттәр, мөһим иғландар һәм халыҡтың йыш осраған һорауҙарына яуаптар баҫыла.
Ойошмаларҙың МАХ каналына адресы күрһәтелгән тулы исемлеге республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында урын алған. Уның менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин https://zhilstroynadzor.bashkortostan.ru/activity/56117/. Яңы каналдар барлыҡҡа килгән һайын исемлек даими яңыртыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ярҙамында МАХ мессенджерына йорт чаттарын индереү буйынса күләмле проектты тормошҡа ашыра. Был башланғыс федераль кимәлдә закондар менән нығытылған да инде. Республика халыҡҡа күҙәтеү органы эшмәкәрлеге менән бәйле яңылыҡтарҙы һәм ваҡиғаларҙы уңайлы форматта күҙәтеү мөмкинлеген биреү өсөн МАХ платформаһында тәүгеләрҙән булып эшләй башланы. Каналға яҙылыу өсөн МАХ платформаһын асыу, ҡыҙыҡһындырған ойошманың исемен йәки каналға һылтанманы эҙләү, һуңынан “Подписаться” төймәһенә баҫыу ҙа етә.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan