Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль , 16:42

Аҙна башында “плюс” була

Ошолай ҡыш та бөтөп китерме икән? 

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республиканың айырым райондарында бер аҙ епшек ҡар, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус.

Дүшәмбе, 16 февралдә, төбәктә йәнә бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана.

Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе көтөлә, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көнбайышҡа табан талғын. Һауа температураһы төндә-1, -6 градус, көндөҙ +1, -4.

Шишәмбе, 17 февралдә, Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк.

Элеккесә бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көнбайышҡа табан талғын. Һауа температураһы төндә -1, -6 градус, көндөҙ +1, -4.

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас