

Бауырһағының һәм сәк-сәгенең тәмле икәне фотоһүрәтенән үк күренеп торған оҫта менән танышҡығыҙ киләме? Бына ул — Әбүбәкер ауылынан Нәркәс Мәмбәтова. Һәр яҡлап алтын ҡуллы, егәрле ханымдың телде йоторлоҡ татлы тәмлекәстәрҙе бешерә башлау тарихы нисек башланған икән?
—Оҙаҡ йылдар Әбүбәкерҙән Аҡьяр ауылына йөрөп, банк хеҙмәткәре булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Тормош иптәшем: «Бына һиңә аҡса картаһы, хәҙер мин һиңә аҡса күсерәм. Ял ит өйҙә!», — тиеп шаяртты. Ләкин минең ҡул ҡаушырып ултырғым килмәне, — тип һүҙ башланы әңгәмәсем.
Тик тормаҫ, тынғыһыҙ Нәркәс Шәмсетдин ҡыҙы үҙенә яңы шөғөл таба — бауырһаҡ, сәк-сәк бешереү нескәлектәрен өйрәнә. Күп тә үтмәй уңған хужабикә әҙерләгән милли ризыҡтарға заказдар килә башлай.
—Бауырһаҡтарҙы бешергән һайын тағы ла нығыраҡ тәмләнде, сәк-сәктәрем – балланды. Бейеүсе бейей-бейей оҫтарһа, мин бешерә-бешерә оҫтарҙым. «ВКонтакте» селтәрендә «Тот самый баурсак и чак-чак» исеме аҫтында төркөм булдырып, унда һәр бер бешергән заказымдың фотоларын һалып, тәмлекәстәрем менән бергә изге теләктәремде лә оҙаттым, —ти тәмлекәстәр оҫтаһы.
Хаҡлы ялға сығып, һандар донъяһынан арынып, үҙен бөтөнләй икенсе яҡтан асҡан оҫтабикәгә заказдар бер туҡтауһыҙ килеп тора. «Халыҡ мин бешергән ризыҡтарҙы маҡтап, бер-береһенә әйтеп, Нәркәс бик тәмле бауырһаҡ, сәк-сәк бешерә, тип “йүкә телефоны” аша хәбәр тараталар. Башҡа яҡтарҙан да һораусылар бар. «Озон» маркетплейсы аша Мордовия, Мәскәү өлкәһе, Гай, Белорет, Санкт-Петербург ҡалаларынан килгән заказдарҙы ебәрҙем. Йома сәйҙәренә, тыуған көндәргә, никах, туйҙарға, юбилейҙарға һәм шулай уҡ ҡунаҡҡа ғына килгән ейән-ейәнсәрҙәренә саф продукттарҙан генә әҙерләнелгән татлы милли ризыҡты яратып алалар, аҙаҡ бик матур рәхмәт һүҙҙәрен яҙалар, — тип һөйөнә ул.
Нәркәс Мәмбәтова Әбүбәкер ауылында тормош иптәше Илдус менән Айбулат, Раят исемле улдар, Зарема, Илзира исемле исемле ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Әлеге көндә Фидан исемле ейәнен, Аделия һәм Йәсминә исемле ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә ярҙам итергә лә өлгәрә. Нәркәс Шәмсетдин ҡыҙы киләсәктә тәмлекәстәр бешереү оҫталыҡ дәрестәрен үткәрергә ниәтләй. Бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешереү оҫтаһына тик уңыштар ғына теләйбеҙ!
Зимфира Ҡасҡынова.