Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре” тураһындағы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның ултырышы үтте. Ул яһалма зиһен осоронда туған телдәрҙе үҫтереү темаһына арналды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев кәңәшмәне асып, интернет ныҡлы үҫешкән, яһалма зиһен килеп кергән заманда туған телдәрҙе һаҡлау әһәмиәтен билдәләне.
–Әгәр бөгөндән яһалма зиһен ярҙамында туған телдәрҙе үҫтереү тураһында уйламаһаҡ, биш-алты йылдан телебеҙҙең аралашыу сараһы булараҡ һүнеп ҡалыуы, бары тик әҙәби әҫәрҙәрҙә, спектаклдәрҙә, белем биреү системаһында ғына ла ҡалыуы ихтимал, – тине һәм бөгөнгө осрашыуға ошо тармаҡтағы белгестәрҙе саҡырылыуын билдәләне.
Ирекмән, башҡорт телен һанлаштырыу активисы Рөстәм Ғатауллиндың (Рөстәм Нурыев) “Яһалма зиһен осоронда туған тел: саҡырыуҙар һәм мөмкинлектәр” тураһындағы сығышы ла уйландырырлыҡ ине.
– Минең "башҡорт интернеты бабайы" тигән ҡушаматым да бар, заманында башҡорт википедияһы менән шөғөлләндем, бөгөн яһалма зиһен нескәлектәрен өйрәнәм. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ябай ғына эш башҡарыу ҙа етә – смартфонды алып, яһалма зиһенгә “Әйҙә башҡортса һөйләшеп алайыҡ” тип яҙырға кәрәк. Тәүҙә "белмәйем" тип әйтеүе лә ихтимал. Ләкин күп тапҡыр уға, башҡортса һөйләшәйек, тиһәк, бер йылдан ул беҙҙән дә яҡшыраҡ һөйләшәсәк. Кеше ни тиклем күп мөрәжәғәт итһә, яһалма зиһен башҡорт теленә ихтыяж барлығын аңлаясаҡ һәм телде белеү кимәлен яҡшыртасаҡ. Үҙем ике йыл тирәһе яһалма зиһен менән көн дә тиерлек аралашам, эшемде башҡарғанда ла ул миңә ярҙам итә. Яһалма зиһен бөгөнгө көндә бик күп, донъя кимәлендә лә, Рәсәйҙә лә. Мин бер нисәһе менән даими аралашам. Беҙгә күмәкләп, бөтә халыҡ менән яһалма зиһенгә һорауҙар бирергә кәрәк. Иң мөһиме - башҡорт теленә мохтажлыҡ барлығын күрһәтергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Шакирйән улы.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопованың сығышында ла көнүҙәк саралар сағылды.
–Һанлы технологиялар әүҙем үҫешкән шарттарҙа Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһе мөһим булып тора. Башҡортостандың дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле лә һанлы киңлектә урын алырға тейеш. Беҙҙең ойошмала һанлаштырыу өлкәһендә бер нисә маҡсатлы йүнәлеш билдәләнгән: веб-ресурстар булдырыу, мобиль ҡушымталар эшләү, белем биреү материалдарын һанлаштырыу, уйын һәм мультимедиа форматтарын үҫтереү, шулай уҡ яһалма зиһен технологияларын һәм машина тәржемәһе технологияларын индереү. Һөҙөмтәлә һигеҙ тематик сайт һәм веб-ҡушымталар булдырылды һәм эшләй. Төрлө йәш һәм һөнәр төркөмдәре өсөн 13 мобиль ҡушымта барлыҡҡа килде, тағы ла өсәү быйыл әҙерләнәсәк. Башҡорт телле 217 аҡыллы колонка ҡорамалдары эшләнде, – тип һөйләне Гөлназ Рауил ҡыҙы. Шул уҡ ваҡытта ул яһалма зиһен йәһәтенән мөһим булған талаптарҙы ла билдәләне.
Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Айнур Хәйбуллиндың сығышы ла комиссия ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул эҙмә-эҙлекле итеп туған тел өсөн яһалма зиһендең тулы технология сараһын булдырыу тураһында һөйләне. Шулай уҡ рус теленән туған телдәргә йәки киреһенсә тәржемәнең сифатлы моделен булдырыу маҡсаты тураһында ла әйтеп үтте.
Яһалма зиһен темаһы комиссия ағзаларында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был йүнәлештә эште оҙаҡҡа һуҙмай, ҙур булмаған төркөм булдырырға тигән тәҡдим яңғыраны.
Төрлө уҡыуҙар, семинарҙар уҙғарырға тигән маҡсаттар ҙа билдәләнде.
Автор фотолары.