

Йыл да февралдә илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала. Быйыл Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулды. 10 йыл дауам иткән һуғышта 14 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере өҙөлә, 343 яҡташыбыҙ тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай. Афған һуғышы ветерандарына йәмғиәтебеҙҙә оло ихтирам менән ҡарайҙар, сөнки һәр кем уларҙың ауыр хәрби бурысын үтәп, ниндәй ут эсенән ҡайтҡанын яҡшы аңлай. Йәнтеш ауылында йәшәгән яугир-интернационалист Фәйзрәхмән Ғиләжевты ла ауылдаштары хөрмәт итә, төрлө сараларға, мәктәптә, мәҙәниәт йортонда уҙған осрашыуҙарға саҡыралар.
–1985 йылда көҙгө саҡырылыш менән хәрби хеҙмәткә алындым. Тыуған ил алдында хәрби бурысыңды үтәү оло егетлек, дан, хөрмәт булғанға күрә барыбыҙ ҙа әрмегә барырға тырыша инек. Ҡайҙа ғына булһаҡ та бер ваҡытта ла исемебеҙгә тап төшөрмәнек, иң мөһиме – һәр осраҡта ла кешелекле булып ҡалдыҡ. Дағстан, Үзбәкстан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән егеттәр менән бергә хеҙмәт иттек. Дуҫ, татыу булып, бөтөнләй сит яҡтарҙа бер-беребеҙгә ярҙам итергә әҙер булдыҡ. Әллә нисә йылдар үткән, әммә һалдат дуҫлығы әле лә күңелдә онотолмай, барыһын күрге, йылдар үткән һайын осрашҡы килә. Әрме хәтирәләре бер ҡасан да хәтерҙән юйылмай. Уны айырым бер тормош мәктәбе тип атар инем, – тигән фекерҙә утлы Афған юлын үткән уҙаман.
Әлеге ваҡытта “Тиҙ ярҙам” машинаһының водителе булып эшләп, эшенә һәр саҡ яуаплы ҡараған Фәйзрахман Әбдрәхмән улына тик изгелектәр юлдаш булһын. Әйткәндәй, уның бер туған ҡустыһы ла шулай уҡ Афған һуғышы ветераны. «Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡатйҡанда, ҡустым Әхәтте әрмегә алғандар инде. Ул да Афған һуғышында ҡатнашты. Шулай ҡустым менән дүрт йылдан һуң ғына иҫән-һау күрештек», – тип һөйләне әңгәмәсем. Бөгөнгө көндә Әхәт Ғиләжев тә Йәнтеш ауылында ғаиләһе менән, матур тормош ҡороп, тырышып донъя көтәләр.
–Буласаҡ һалдаттарға бар яҡтан да ныҡ, һынмаҫ, бер ҡасан да бирешеп ҡалмауҙарын теләйем. Егеттәр күберәк спорт менән шөғөлләнһендәр, физик яҡтан сынығып үҫһендәр. Әрме хеҙмәте ғәҙел һәм ныҡ булырға өйрәтә, – тигән кәңәштәре менән уртаҡлашты Фәйзрахман Әбдрәхмән улы.
Тыныслыҡ һағында тороп хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан ветерандарын ауылдаштары ябайлыҡтары, уңғанлыҡтары өсөн хөрмәт итә. Тыуған төйәгебеҙҙең һәр һалдаты –ул илебеҙҙең терәге. Шуны бер ваҡытта ла онотмайыҡ.
Автор:Зимфира Ҡасҡынова.