

Шул уҡ ваҡытта 2025 йылдың 11 айында республикала реаль эш хаҡы 2024 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда 1,5% артҡан.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 2026 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы күләме – 27 093 һум. Ә Башҡортостанда Урал коэффициенты менән бергә 31 157 һумға еткән (НДФЛ-ды алғансы). Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында яҙылғанса, эш хаҡы МРОТ-тан аҙыраҡ булырға тейеш түгел.