Был хаҡта Башҡортостан башлығы 10 февралдә Рәсәй милли гвардияһының республика буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Нәғимуллин һәм Рәсәй милли гвардияһы Ведомствонан тыш һаҡ идаралығының төбәк филиалы — Өфө буйынса Ведомствонан тыш һаҡ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вадим Шакиров менән осрашыуҙа белдерҙе.
«Республикала үҫмерҙәрҙең белем биреү учреждениеларында тиҫтерҙәренә һәм уҡытыусыларға һөжүм итеү осраҡтары теркәлде. Беҙ хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бергә мәктәптәрҙе һаҡлауҙы көсәйтеү, шул иҫәптән аттестация үткән хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү һәм ошо йүнәлеште финанслау мәсьәләләрен тикшерәбеҙ», — тип билдәләне Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 февралдә Өфө гимназияһына 9-сы класс уҡыусыһы страйкбол автоматы тотоп килгән һәм уҡытыусыға, өс уҡыусыға атып өлгөргән, петарда шартлатҡан. Үҫмер ҡулға алынған саҡта ҡаршылыҡ күрһәтмәгән.
Шулай уҡ Өфөлә студенттарға һөжүм итеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе – 15 йәшлек үҫмер.