Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль , 19:39

Яугир хат яҙған Фёдоровка ауылы уҡыусыһы менән осрашты

«Романдың хаты миңә йәшәргә көс һәм дәрт бирҙе», — ти «Япон» позывнойлы хәрби

Яугир хат яҙған Фёдоровка ауылы уҡыусыһы  менән осрашты
Яугир хат яҙған Фёдоровка ауылы уҡыусыһы менән осрашты

Хәйбулла районының мәктәп уҡыусылары «Һалдатҡа хат» акцияһында даими рәүештә ҡатнаша. Балалар өсмөйөшлө хаттарҙа махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәрҙең хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, улар менән ғорурланыуҙарын белдерә, йылы һүҙ менән яугирҙарҙы дәртләндерә, рухландыра. Илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барыһының да имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй. Ҡош телендәй генә хәбәр ҙә, хәрбиҙәргә йөрәк йылыһы, тыуған яҡ сәләме булып барып етә.

Фёдоровка ауылы башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Роман да һабаҡташтары менән был акцияла ҡатнаша. Уның хаты райондың «Беҙ бергә – көс» хәйриә фонды, Фёдоровка ауылы ирекмәндәре тарафынан әҙерләгән гуманитар ярҙамдарының береһе менән «Япон» позывнойлы Әбйәлил егетенең ҡулына эләгә.

«Ошо посылкалар араһында тәмлекәстәргә ҡушып мәктәп уҡыусыларының ихлас теләктәр теләп яҙып һалынған хаттары һәм матур һүрәттәре һәммәбеҙҙе бик ҡыуандыра. Хаттарҙы һалдаттар менән бергә ултырып уҡыйбыҙ. Ер аҫтында эшләнгән йәшәү урынында уҡыусыларҙан килгән хаттарын, шиғырҙарын һәм һүрәттәрен стеналарға эләбеҙ – улар күңелгә йылылыҡ бирә, рухыбыҙҙы күтәрә, беҙгә еңеүгә ышаныс, дәрт өҫтәй», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты яугир.

2022 йылда өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң күп тә үтмәй  илһөйәр рухлы Әбйәлил егете 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. Ул Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында хәрби юлын башлай.   Ә ни өсөн «Япон» позывнойын һайланығыҙ тип һорашабыҙ һалдаттан. Баҡтиһәң, уны яугир тыуып үҫкән Рысҡужа ауылының халыҡ телендә йөрөтөлгән «Япония» атамаһынан алған икән. Белеүебеҙсә, бындай исем тағылған урындар Хәйбулла яҡтарында ла осрай. Мәҫәлән, Ивановка ауылының Йылға аръяғы урамын Тиргәмеш йылғаһы аръяғында, ҡояш ҡалҡҡан яҡта урынлашҡанға күрә халыҡ телендә «Япония» тип йөрөтәләр. Әбеш ауылында ла бер урамдың шундай ҡушаматы бар.

 Хәрби шарттарҙа тәжрибә туплағандан һуң, «Япон» позывнойлы яугир отделение командиры итеп тәғәйенләнә. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн   «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәне өсөн»  миҙалдары менән наградлана. Алыштарҙың береһендә ул ҡаты яраланып, оҙаҡ госпиталдә дауалана. Әлеге ваҡытта тыуған ауылында реабилитация үтә һәм форсат табып, Фёдоровка ауылы башланғыс мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында педагогтар, уҡыусылар һәм ирекмәндәр менән осраша.

«Хәйбулла районының «Беҙ бергә – көс» хәйриә фонды, Фёдоровка ауылы ирекмәндәренән өс тапҡыр гуманитар ярҙам алдым. Тынғыһыҙ хеҙмәттәре өсөн уларға оло рәхмәтемде белдерәм. Волонтерҙар бер туҡтауһыҙ эшләйҙәр, яу ҡырында бик кәрәкле маскировка селтәрҙәре үрәләр, дрондан ҡурсалаған япмалар тегәләр, окоп шәмдәре ҡоялар, тәмле күстәнәстәр, тушенка бешереп ебәрәләр. Бөгөн Фёдоровка ауылына килеүем – ирекмәндәргә һәм хат яҙған Романға ихлас рәхмәтемде белдереү. Уның хатын бик тулҡынланып уҡыным.  Хәрбиҙәргә кейем һәм ҡорал ғына кәрәк, тип уйларға ярамай. Роман яҙған хатты уҡығас, күҙҙәрем йәшләнеп китте. Уның һәр һүҙе йөрәккә үтеп инерҙәй итеп яҙылған.  Ошондай хаттар ҙа беҙгә ярҙам итә, дәрт өҫтәй, улар беҙгә бик ҡәҙерле», – тип һөйләп һалдат осрашыу ваҡытында Романға иҫтәлекле бүләк тапшыра һәм бөтә уҡыусыларға ла тырышып уҡырға, илебеҙҙең лайыҡлы шәхесе булып буй еткереүен теләй. 

Илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған осрашыу бик фәһемле үтә, уҡыусылар ҙа яугирға рәхмәт әйтеп, бергәләп фотоға төшә.

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас