Бөгөнгө мәҡәләм геройҙары ла үҙ халҡына, уның мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә сикһеҙ һөйөү менән янған, ғаилә ҡиммәттәренә тоғро ҡалған, милләткә бәҫ өҫтәгән ғаиләләрҙең береһе Насибулла һәм Фәниә Арыҫлановтар хаҡында. Теүәл 50 йыл элек Йәнтеш ауылында мөхәббәткә тулышып бик матур, күркәм ғаилә барлыҡҡа килә.
Насибулла Йәрмөхәмәт улы Арыҫланов сығышы менән Йәнтеш ауылынан булһа, Фәниә Сәлихйән ҡыҙы Түләбаева Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуған. 1960 йылда әсәһе Фәриғә Ғәриф ҡыҙын Йәнтеш ауылы мәктәп интернатына мөдир итеп тәғәйенләгәстәр, уларҙың ғаиләһе Йәнтешкә килеп төпләнә. Атаһы - Сәлихйән Хөсәйен улы Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, ҡурайҙа бик оҫта уйнаған, тауышы ла моңло булған. Көн һайын өйҙә яңғыраған ҡурайҙың сихри моңона сорналып, үҙе лә ҡушылып йырлап, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә Фәниә Сәлихйән ҡыҙы.
Насибулла Йәрмөхәмәт улы Йәнтеш мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, колхозда башмаҡ малдарын көтә башлай. Хәрби хеҙмәткә ваҡыты етеп килгән егетте военкомат Юлдыбай ауылында ойошторолған 4 айлыҡ шоферҙар курсына уҡырға ебәрә. Артабан ул 1972-1974 йылдарҙа Төньяҡ флоты авиацияһында шофер булып хеҙмәт итә.
- Беҙ бер ауылда йәшәһәк тә бер-беребеҙҙе белмәй инек, сөнки мин дүртенсе класты бөткәндә Насибулла һигеҙенсе класты тамамлап, мәктәптән сығып киткән ине. Мәктәп йылдарым шаулап-гөрләп, бик әүҙем үтте. Бөтә яҡтан да алдынғылар рәтендә булырға тырыштым, класта староста, мәктәптә дружина советы рәйесе булып йөрөнөм. Төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаным, һүҙем дә үтемле булды, класташтарым да һәр ваҡыт тыңлап, минеңсә эшләй торғайнылар. Унынсы класты бөткәндә аттестатымда ике генә дүртле ине, - тип белем алған йылдарын һағынып иҫкә ала Фәниә Сәлихйән ҡыҙы.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 4-се һанында уҡығыҙ.