Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль , 19:44

Уҡы һәм грант от

2026 йылдың 2 февраленән 16 мартҡа тиклем ҡатнашып ҡал

Уҡы һәм грант от
Уҡы һәм грант от

2026 йылдың 2 февраленән 16 мартҡа тиклем коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Президент гранттары фондының икенсе конкурсында ҡатнашырға саҡырыла.

Ошо уңайҙан 6 февралдә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге конкурсҡа әҙерләнергә һәм үҙенең ижтимағи эштәре өсөн федераль ярҙам алырға теләүселәргә семинар үткәрә.

Семинарҙа теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Ресурс үҙәк эксперты, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Позитив мөхит» төбәк йәмәғәт ойошмаһы  етәксеһе Артур Ғилманов әйтеүенсә, семинарҙа   президент гранттары порталында эшләргә, конкурсҡа ғаризаны дөрөҫ тултырырға, уны рәсмиләштерергә өйрәтәсәктәр. Шулай уҡ белгестәр социаль проекттар һәм президент гранттары конкурсы тураһында ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк.

Семинар көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу форматында ойошторола. Ҡатнашыу бушлай.

Үткәреү ваҡыты һәм урыны : Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт, 412-се бүлмә (БАГСУ яғынан). Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

 

Алдан теркәлеү талап ителә (https://clck.ru/3Rda38).

Автор: Алсу Аглиуллина
Автор:
Читайте нас