Шулай уҡ балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмаһының хаҡы 8,87 һумға (0,70%) төшкән, килограмы – 1263,98 һум.
Шымартылған дөгөнөң килограмы – 100,80 һумға, ә юғары сортлы ондан макарондар 93,26 һумға тиклем арзанайған.
Алма 1,42 һумға (0,94%) осһоҙораҡ, уртаса хаҡы иһә 149,61 һум. Банандың хаҡы - 142,70 һум. Маргариндың бер килограмы 284,56 һумға һатыла.