ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль , 13:00

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы

Хәйбулла районы хакимиәте етәкселеге һәм белгестәренең халыҡ менән сираттағы осрашыуҙары Аҡнаҙар, Аҡъюл, Урыҫбай һәм Ғәлиәхмәт ауылдарында уҙҙы. 

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманыҺорауҙар яуапһыҙ ҡалманы
Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнар Игебаев уҙған йылда  башҡарылған эштәрҙе барлап, отчёт менән сығыш яhаны һәм ағымдағы йылға ҡуйылған төп бурыстар менән таныштырҙы.  Ғәҙәттәгесә осрашыуҙарҙың икенсе өлөшөндә ауылдар халҡын борсоған көнүҙәк проблемалар күтәрелде, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды, эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны.

Аҡъюл ауылы халҡы башланғыс мәктәпте яңынан асыу, белем усағы бинаһын ремонтлау, юлға ҡырсынташ түшәү, юл ситендәге ағастарҙы ҡырҡыу буйынса һорауҙар күтәрҙе. Бынан тыш, ауылға аҙнаһына бер тапҡыр автобус йөрөтөүҙе, айына бер тапҡыр булһа ла  аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш әйберҙәре менән сауҙа итеүҙе ойоштороу буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Район бюджеты иҫәбенә төҙөкләндерелгән мәсет бинаһына газ үткәреү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Район хакимиәте башлығы билдәләүенсә, быйыл мәктәп бинаһын ремонтлау һәм уның эшен тергеҙеү мәсьәләһе хәл ителәсәк.

Урыҫбай ауылында йәшәүселәр ике йылға ябылып торғандан һуң клубты яңынан асыуҙарына рәхмәт белдерҙе. Ҡыйығы һәм түшәме ремонтланғандан һуң, мәҙәниәт усағы йәнә үҙ ишектәрен асып, бында бөгөн район мәҙәниәт йорто артистары тарафынан сағыу концерт ойошторолдо. Район хакимиәте башлығы менән осрашыуҙа урыҫбайҙар фельдшер юҡлығы проблемаһын әйтеп, башҡа ауылдарҙан медиктарҙың килеп ҡабул итеүҙе ойоштороуҙарын һораны. Шулай уҡ йыйылыш барышында клубҡа музыкаль ҡорамалдар алыу, юлға ҡырсынташ түшәп текә тауҙағы юлды һөҙәгәйтеү, күрше Байғол ауылына юл һалыу мәсьәләре лә ҡаралды.

Әлбиттә проблемаларҙың барыһын да ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеп булмай.   «Бик күп ҡыҙыҡлы һорауҙар һәм эшлекле тәҡдимдәр килде. Беҙҙең осрашыуҙар – халыҡ менән асыҡ диалог.  Бындай осрашыуҙар көнүҙәк проблемаларҙы асыҡларға һәм уларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләргә булышлыҡ итә. Йәшәгән ауылдары яҙмышы һәм үҫеше өсөн борсолған,  осрашыуға килеп, актуаль проблемаларҙы күтәргән һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ», – тип билдәләне район хакимиәте башлығы. 

 

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы
Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас