ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль , 15:15

Сәхнә түрендә – йыр-моңға ғашиҡ парҙар

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны артаӨфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта
Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Тоғролоҡто, һөйөүҙе йыр һүҙҙәренә һалған парҙар йыл да Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йортонда үткәрелеп килгән  «Пар ҡанаттар» район вокаль конкурсына йыйылды. Әйтергә кәрәк, был бәйге 15-се тапҡыр ойошторолдо.

Матур итеп тормош ҡороп, ҡулға-ҡул тотоношоп донъя көткән, йөрәктәрендә тик моң ағылған парҙар сәхнәгә түрен биҙәне. Улар үҙҙәренең бер-береһенә булған хөрмәтен, тормошҡа булған сикһеҙ һөйөү хистәрен халыҡҡа күрһәтә, еткерә алыуҙары менән тамашасы күңелен яуланылар. «Шығырым тулы тамашасыбыҙ булыуы конкурстың популяр булыуын күрһәтә», – тип белдерҙе ғаилә парҙары араһында вокаль бәйгеһен ойоштороусы, Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йорто етәксеһе Лена Ултраҡова.

«Пар ҡанаттар» конкурсының иң тәүге еңеүселәре булған Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтарҙың сығыш яһауы, моңло пар булып, баян телдәренең йөрәкте елкетеүе тамашаға йәм бирҙе. Йыр-моң һөйөүсе парҙарға, әүҙем йыйылған тамашасыларға бирелгән уйын-һорауҙар менән үрелеп барған концертты Рәмзиә Дәүләтҡолова алып барҙы.

Мәртәбәле бәйге һөҙөмтәләре буйынса Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан Нәйлә һәм Сәлим Иҫәндәүләтовтар  Гран-при яуланы. 1-се урында ла ошо ауылдың вәкилдәре – Файза һәм Йәмил Хәсәновтар. 2-се урынға Наил һәм Милә Ҡарабаевтар (Мәмбәт ауылы) һәм Гөлгөнә һәм Шәһит Йыһаншиндар (Иҫәнгилде ауылы) лайыҡ булды.

Һәүәҫкәр йырсы парҙарҙың сәхнәгә сығып сығыш яһауҙары, үҙ тормоштарын йәмләй белеп, мөхәббәтте, дуҫлыҡты данлап, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып йыр-моң бәйгеһендә ҡатнашыуҙары маҡтауға лайыҡ. Барыһына имен ғаилә тормошо, тыныс күк йөҙөн теләйек!

Зимфира Ҡасҡынова.

Автор:
Читайте нас