ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль , 17:20

Тағы ныҡ һыуыҡҡа әҙер булығыҙ

-33 градусҡа етә.

Республикала был аҙнала йылыраҡ көндәрҙе һалҡындары алмаштыра.  Был турала Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

3 һәм 4 февралдә ҡар яуа, урыны менән көслө буран, юлдарҙы ҡар һырынтыһы ҡаплай, боҙлауыҡ көтөлә.

5 февралдә һауа температураһы республиканың күп райондарында кинәт түбән төшә: төндә -23…-28, урыны менән -33 градусҡаса, көндөҙ -15…-20 градус. Яуым-төшөм кәмей. Аҙна аҙағында һауа температураһы йәнә күтәрелә.

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

       Автор: Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас