

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһының телевизион ҡарау өлөшө 9,3 пункт тәшкил иткән, был каналға илдәге төбәк каналдары араһында иң яҡшыһы булырға һәм Силәбе ОТВ-һын һәм Омскиҙың “12-се канал”ын уҙып китергә мөмкинлек биргән.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә билдәләүенсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы дүртенсе йыл рәттән лидерлыҡты һаҡлап ҡала. Уның мәғлүмәттәре буйынса, тамашасылар араһында иң популяры – хоккей, яңылыҡтар, ижтимағи-сәйәси һәм махсус проекттар.
Шул уҡ ваҡытта, әгәр бер нисә йыл элек республика Башлығы Радий Хәбиров менән РФ Президенты Владимир Путиндың Яңы йыл мөрәжәғәттәренең бөтә аудиторияһын тиерлек Беренсе канал һәм “Рәсәй” “үҙенә алһа”, әле төбәктә йәшәүсе һәр өсөнсө кеше был ҡотлауҙарҙы БЮТ аша ҡарай. Бынан тыш Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш тә рекорд ҡуйған — уның дөйөм тамашасы аудиторияһы өс республика каналында 1,5 миллион кешенән ашып киткән. Был 2024 йылға ҡарағанда 100 меңгә тиерлек күберәк.
– Бик яҡшы һөҙөмтә. Асылда, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – иң яҡшы төбәк телеканалы. Аудиторияның артыуын, тапшырыуҙарҙың сифатының һәм төрлөлөгөнөң артыуын күрәбеҙ. Һеҙ беҙҙең сәйәсәт йүнәлешендә бараһығыҙ, төрлө сюжеттар һәм эфирҙар менән оҙатаһығыҙ. Уңыштарығыҙ күп, артабан да шулай дауам итегеҙ. Әммә динамик хәрәкәт итергә кәрәк, юғиһә рейтингтар түбәнәйеүе ихтимал, был ярайһы уҡ конкурентлы мөхит, — тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, “Медиаскоп” мәғлүмәттәре буйынса, “Спутник ФМ” радиостанцияһы Өфөлә көн һайын аудитория буйынса өс лидер иҫәбенә ингән, тәүлеклек тыңлаусылар һанын 10 процентҡа арттырған.
– Беҙҙең “радио”сылар ҙа һынатмай – “Радиомания” төп федераль конкурсында “Спутник ФМ”— ике, “Юлдаш” радиоһы бер награда алып ҡайтты, — тип билдәләне Рөстәм Зәрәфетдинов.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.