

Ҡорбан итеп салынған һыйыр итен ошо ауылда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Бүребай ауылында йәшәгән Мансур һәм Динара Ҡолсонбаевтар ғаиләһе, ауылдаштар, "Сәләмәтлек", "Байғусҡар ҡатын-ҡыҙҙары" төркөмдәре вәкилдәре алып килделәр.
«Әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ илебеҙҙең тыныслығын һаҡлаған һалдаттарға барып етеп, уларға файҙа килтерһен. Улар еңеү менән тыуған яҡтарына, өҙөлөп көткән әсәләре, һөйөклө ҡатындары, балалары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Илебеҙ күге аяҙ булһын, ерҙә тыныслыҡ урынлашһын. Эште ойошторған ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нәйлә Зәкир ҡыҙы Рәмоваға, Земфира Сәғит ҡыҙы Айдашеваға, ауылдаштарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Динара һәм Мансур Ҡолсонбаевтар ғаиләһенә шундай сауаплы эш башҡарғаны өсөн ауылдаштары, яугирҙарҙың ата-әсәләре оло рәхмәт һүҙҙәрен юллай», – тип изге теләктәрен еткерә байғусҡарҙар.
Тәмле күстәнәстәр Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан оҙатылған гуманитар ылау менән хәрбиҙәргә ебәреләсәк. Яҡташтар тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!
Автор: Зилиә Абдрахманова