

Юлбарыҫ ауылында ғүмер итеп, 90 йәшен тултырған Фәриҙә Исламғолова ла шундайҙар рәтенән. Ул иҫке Юлбарыҫ ауылында Исмәғил һәм Мәғәрифә Вәхитовтарҙың ғаиләһендә туғыҙ бала араһынан алтынсыһы булып донъяға килгән. Йәшәү хәлен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында ғаилә Айыулы ауылына күсеп килә һәм ҡыҙ ошо ауылда етенсе класты тамамлай. Уҡырға әүәҫ булған ҡыҙға башҡа белем алырға форсат эләкмәй, ул әсәһенә эйәреп баҫыу эшенә сыға.
- Хәтирәләр ебен һүтеүе бик ауыр инде, атайҙан мәхрүм иткән һуғыш, беҙҙе аяҡҡа баҫтырам тип әсәйҙең көнө-төнө эшкә сабыуы. Һәр быуынға ла ниндәйҙер һынау биреләлер инде, беҙгә шул аслы-туҡлы йылдарҙы үтергә тура килде. Атайымдан бер генә хат килеп өлгөрҙө «Аяуһыҙ алышта ҡаты яралындым, Мөхәмәҙей улым сәскән картуфты алышырға ҡайтып етермен ул», тип яҙғанын хәтерләйем. Берәү ҙә уйламаны бит һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылырын, фашисты ике-өс айҙа дөмөктөрәбеҙ ҙә ҡайтырбыҙ тип кенә киткәйнеләр, - тип моңһоуланып хәтер йомғағын һүтте ил инәһе.
Айыулы ауылында дүрт йыл йәшәгәндән һуң Вәхитовтар ғаиләһе кире тыуған ауылдары Юлбарыҫҡа килеп төпләнәләр. Ҡыҙ ҙа үҙенең тиҫтерҙәре менән бергә ололар ыңғайына совхоз эшен бер ҡалдырмай хеҙмәт юлына баҫа.
Фәриҙә Исмәғил ҡыҙы 1956 йылдың апрелендә Бикйән ауылы егете Әхмәҙей Исмәғиловҡа кейәүгә сыға. Ғаилә тормошон йәмләп бер-бер артлы Венер, Рәмил, Рәфилә, Рәфил һәм Рауил исемле балалар тыуа. Донъя бөтәйтәбеҙ, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк тип тырышып, сәмләнеп йәшәй Исмәғиловтар ғаиләһе. Фәриҙә Исламғолова хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоздың төрлө миҙгелле эштәрендә йөрөй, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән ырҙында игенен таҙарта, сәсеүгә орлоҡ әҙерләй, балсыҡ, ағартыу эштәрендә булыша.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 4-се һанында уҡығыҙ.