ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар , 10:24

Ауыл күркәм йүнсел ғаиләләр менән

Ауыл халҡы ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, йылдың һәр миҙгелендә лә тырышып донъя көтә. Хеҙмәттәренән тәм табып, балаларының киләсәген хәстәрләп, һанап бөткөһөҙ көндәлек мәшәҡәттәр менән улар матур тормошҡа ынтыла. Вәлит ауылынан Иршат һәм Гөлгөнә Нурғәлиндар ҙа шундай йүнсел ғаиләләрҙән һанала.

Ауыл күркәм йүнсел ғаиләләр менәнАуыл күркәм йүнсел ғаиләләр менән
Ауыл күркәм йүнсел ғаиләләр менән

Ғаилә башлығы Иршат Нуритдин улы Комсомол ауылында тыуған, һәр ауыл балаһына хас булғанса, ата-әсәһенә мал-тыуар ҡарашып, йорт тирәһендә булышып үҫә. Мәктәптән һуң, Сибай педагогия училищеһының хеҙмәт бүлегендә уҡый, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты биология факультетын тамамлай. Шулай ҙа хеҙмәт менән сынығып үҫкән егет бөтә булмышы менән ер, хужалыҡ эштәрен үҙ итә. Ҡатыны Гөлгөнә Рәфҡәт ҡыҙы ла һәр башланғысын хуплап торғас, төплө ҡарарға килеп, үҙ эшен асып, шәхси эшҡыуар булып китә. Дәртләнеп эшкә тотонған Нурғәлиндар ғаиләһе әкренләп һыйыр малы, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетә башлайҙар. Уларҙың тормошона йәм өҫтәп, ғаиләлә бер-бер артлы балалар буй еткерә. Өлкән ҡыҙҙары Азалиә хәҙерге ваҡытта кейәүҙә, банк хеҙмәткәре булып эшләй, ҡыҙҙары Алтынай Сибай педагогия колледжына белем ала, Шәүрә 8-се, улдары Исмәғил 6-сы, Зәһиҙә 2-се кластарҙа уҡыһа, бәләкәстәре Гөлғәйшә балалар баҡсаһына йөрөй. Улар ата-әсәләренә һәр эштә ярҙам итергә ынтылып торалар, тырыштар.

Вәлит ауылы район үҙәгенән алыҫ булғанға күрә, ауылдаштарын  көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү маҡсатында магазин да асҡандар. Бер нисә йыл элек Иршат Нурғәлин крәҫтиән-фермер хужалығын киңәйтеп, эре малдарын тағы ла ишәйткән.  

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 2-се һанында уҡығыҙ.

Ауыл күркәм йүнсел ғаиләләр менән
Ауыл күркәм йүнсел ғаиләләр менән
Автор:Лира Такалова
Читайте нас