

Ауырлыҡтарға бирешмәй, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән, бер быуатҡа тиң 90 йәшлек оло юбилейын билдәләгән Шәрифулла Ишкилдин Аҡһыйыр ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәс атаһы Сәйфулла Әбйәлил улы фронтҡа китә. Әсәһе Мәрғүбә Муса ҡыҙы өс улын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һала. Ғаиләлә баш бала булып тыуған Шәрифулла Сәйфулла улы ҡыр эшенән ҡайтып инмәгән әсәһенең төплө терәге булып, ике ҡустыһын ҡарай, өй эштәрендә ныҡлы ярҙамсы була. Белем алырға ынтылған малай Аҡһыйыр ауылында дүртенсе класты тамамлай. Тыуған ауылынан халыҡ күпләп күсеп китә башлағас Ишкилдиндар ғаиләһе 1946 йылда Аҡнаҙар ауылына килеп төпләнә. Аҡъюл ауылында 6-сы класта уҡып йөрөгәндә һалҡын алдырып ауырып китә һәм үҫмергә башҡа уҡырға мөмкинлек эләкмәй. Артабан ул колхозда төрлө эштәрҙе башҡарып, хеҙмәт юлын башлай.
– Беҙ күргәнде һөйләп бөтөрөрлөк тә түгел, атайым һуғыштан ҡайтманы, 1943 йылда ҡара ҡағыҙы килде. Балаларымды ас-яланғас итмәйем тип, үҙе йүнле тамаҡ күрмәгән әсәйем 48 йәшендә генә мәрхүм булды. Беҙҙең быуын күргәнде хәҙерге заман балаларының иңенә төшмәһен, Аллам һаҡлаһын, илдәр тынысланып китһен тип һәр уҡыған намаҙымда доға ҡылам, - тине аҡһаҡал.
Шәрифулла Ишкилдин 1955 йылдың 15 авгусында әрме сафына алынып, өс йыл ярым Германияла хеҙмәт итә. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән, бурысын лайыҡлы үтәргә тырышҡан, яуаплы, таһыл егет исемле сәғәт менән бүләкләнә, ваҡытлыса ялға ҡайтып китә.
– Яҡташым, дуҫым Хисам Усман улы Абдуллин менән бергә намыҫлы хеҙмәт иттек. Икебеҙгә лә үҙҙәре теләгән уҡыу йортона имтиханһыҙ, конкурсһыҙ индерергә тигән ҡағыҙ тоттороп ҡайтарҙылар. Ҙур ергә барып уҡыу мөмкинлеге булмағас, Аҡъяр ауылында шоферҙар курсы асылғас шунда киттем. Әммә унда группа тулды тип ҡабул итмәй, бороп сығарҙылар. Хәрби кейемдәмен ине, военкомантҡа киттем, хәлемде һөйләп бирҙем. Әлбиттә йомошом ыңғай хәл ителде, шоферҙар курсын тамамлап, Салауат исемендәге колхозда 32 йыл төрлө йөк машиналарында водитель булып эшләнем, - тип колхоздың гөрләп эшләп торған саҡтарын иҫкә төшөрҙө Шәрифулла Сәмиғулла улы.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 3-сө һанында уҡығыҙ.