ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар , 11:53

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин.    

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөләБашҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә
Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Республиканың төньяғында ҡар, көндөҙ урыны менән көслө ҡар, буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы фаразлана.

Көньяҡта әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -8, -13°, көндөҙ -3, -8°. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-29/zhiteley-bashkirii-predupredili-o-snegopadah-4555339

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас