ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар , 11:58

“Бала саҡтан иҫтә ҡалған тәм”

Ҡырым ҡунағы Шишмә заводы майын юғары баһаланы. 

“Бала саҡтан иҫтә ҡалған тәм”“Бала саҡтан иҫтә ҡалған тәм”
“Бала саҡтан иҫтә ҡалған тәм”

III “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” бөтә Рәсәй муниципаль форумының “Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары” төбәк көнө сиктәрендә Шишмә май экстракцияһы заводына бөтә илдән урындағы үҙидара вәкилдәре делегацияһы килде.

Бөгөн был тәүлегенә 1000 тоннаға тиклем майлы культуралар эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған заманса производство. Рафинация цехында көнөнә 300 тоннанан ашыу әҙер май сығарыла. Шулай уҡ завод биояғыулыҡ өсөн гранулалы лузга һәм малсылыҡ өсөн шрот етештерә, бының менән производствоның ҡалдыҡһыҙлығын тәьмин итә.

Ҡабул итеүсе яҡ экспорт уңыштарына айырыуса баҫым яһай. 2021 йылдан завод флекситанк технологияһын ҡулланып, Ҡытайҙы әүҙем рәүештә продукция менән тәьмин итә. 2025 йылда ғына Ҡытай халыҡ республикаһына 14,6 мең тоннанан ашыу рапс майы ебәрелгән. Ә Шишмә шроты һәм лузгаһы менән тәьмин итеү географияһына Латвия һәм Беларусь инә. Майҙансыҡ – юғары технологиялар ҡулланып модернизацияланған һәм экспортҡа йүнәлтелгән традицион производстволарҙың муниципалитеттар үҫешенең драйверҙары булып китеүенә миҫал.

Продукцияны тмләп ҡарағандан һуң тәьҫораттары менән Ҡырымдың Красногвардейский районы башлығы Ольга Петрова уртаҡлашты:

– Һеҙҙең майығыҙҙы тәмләп ҡараным – бала сағыма ҡайтҡандай булдым! Хуш еҫле, тәбиғи. Ә беҙ, ғөмүмән, аэропортҡа килгәндән алып тик ыңғай эмоциялар кисерәбеҙ. Ҡыҙҙар милли кейемдә, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршыланы. Юғары кимәлдәге ҡунаҡсыллыҡ! Коллегаларының кәйефе бик яҡшы. Был көндәрҙе яҡшы үткәрербеҙ, тип ышанам.

Шулай уҡ Шишмә районында инвестиция сессияһы үтте, унда район башлығы Ришат Мансуров инвестициялар йәлеп итеү һәм урындағы бизнесҡа ярҙам итеү стратегиялары тураһында һөйләне.

#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026  #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/localnews/2026-01-28/maslo-iz-detstva-krymskaya-gostya-vysoko-otsenila-produktsiyu-chishminskogo-zavoda-4554245

Фото: "Родник плюс" баҫмаһы. 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас