Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар , 14:13

Республикала йәштәргә иғтибар ҙур

Өфөлә “ГосСтарт. Башҡортостан” форумы үтте. Унда Радий Хәбиров та ҡатнашты. 

Республикала йәштәргә иғтибар ҙур
Республикала йәштәргә иғтибар ҙур

22-23 ғинуарҙа Рәсәй Геройы М. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы майҙансығында йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең II республика “ГосСтарт. Башҡортостан” форумы үтте. Бындай форматтағы беренсе форум иһә 2024 йылдың октябрендә ойошторолғайны.

Сара Башҡортостандың 35 йәшкә тиклемге йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәренең профессиональ һәм универсаль компетенцияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм кәм тигәндә 270 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Форумда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өлкәһендәге төп төбәк һәм федераль проекттарҙың презентацияһы үтте, шулай уҡ ғәмәлдәге власть органдары етәкселәре йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашты.

Форум йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеүгә һәм һөнәри үҫешкә, кадрҙар резервын булдырыуға һәм йәмәғәт идаралығы системаһында кадрҙарҙың тотороҡлолоғон арттырыуға йүнәлтелгән. Дәүләт хеҙмәтенең ролен, төбәк һәм ил үҫешенең көнүҙәк саҡырыуҙарын аңлауға, шулай уҡ ғәмәлдәге идарасылар һәм эксперттар менән практик тәжрибә уртаҡлашыуға айырыуса иғтибар бүленә.

Форум тураһында фекере менән Йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Азат Килсенбаев уртаҡлашты.

– “Патриот” паркында йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн бик мөһим сара үтте. Унда федераль башҡарма власть, төбәк власть һәм урындағы үҙидара органдарынан 270-тән ашыу йәш белгес ҡатнашты. Йәш хеҙмәткәрҙәрҙе бай белем биреү программаһы көттө. Форумдың эксперттары булып республиканың дәүләт органдарының ғәмәлдәге етәкселәре: министрҙар, муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары, шулай уҡ саҡырылған федераль ҡунаҡтар сығыш яһаны. Форум йәш белгестәр өсөн бик файҙалы булды, улар ғәмәли тәжрибә ала, үҙ-ара аралаша алды. Иң мөһиме, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе ҡатнашты. Был республика етәкселегенең йәштәргә булған ҙур иғтибары тураһында һөйләй.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас