Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар , 10:59

Иң шәп һорау биреүселәр Дәүләт Думаһына барасаҡ

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҙур залында республика студенттары өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһы делегацияһы ҡатнашлығындағы панель дискуссия үткәрелде.

Иң шәп һорау биреүселәр Дәүләт Думаһына барасаҡ
Иң шәп һорау биреүселәр Дәүләт Думаһына барасаҡ

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҙур залында республика студенттары өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһы делегацияһы ҡатнашлығындағы панель дискуссия үткәрелде.

Сарала Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Владислав Андреевич Даванков, Дәүләт Думаһының Туризм һәм туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Андреевич Тарбаев һәм Дәүләт Думаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Александр Вячеславович Демин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр  Абдрахманов ҡатнашты.

Панель дискуссияһын Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһы ректоры Азат Бадранов алып барҙы.

Йәштәр сәйәсәте, туризмды үҫтереү һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса көнүҙәк темалар буйынса дискуссияға республиканың төп юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылды. Был сара Дәүләт Думаһаның юғары дәрәжәләге кешеләре менән аралашыу, уларҙан аңлатма алыу өсөн һирәк осрай торған мөмкинлек бирҙе һәм беҙҙең студенттар унан файҙаланырға тырышты.

Владислав Даванков, сығыш яһай башлар алдынан, залда ултырған студенттарҙан: “Кем әле үк эшләп йөрөй?” тип һорағас, тыңлаусыларҙың яртыһынан ашыуы ҡул күтәрҙе. “Ә кемдәр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эшләй?” тигән һорауға ике генә ҡул күтәрелде.

“Бына бит, күрҙегеҙме? – тине депутат. – Мин дә тәүҙәрәк курьер, риелтор һәм башҡа шөғөлдәрҙә мәшғүл булдым, һуңынан ғына сәйәси эшкә тотона алдым. Һеҙҙең әленән үк буласаҡ һөнәрегеҙ буйынса эш башлау форсаты бар. Беҙҙең сығыштарҙан һуң һорауҙар көтәбеҙ. Иң көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы һорау биреүселәрҙе Дәүләт Думаһына стажировкаға саҡырасаҡбыҙ”.

“Туризм һәм эшҡыуарлыҡ бер-береһен бик яҡшы тулыландыра, туристик бизнестағы субъекттарҙың 75 проценты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре булып тора, – тине Сангаджи Тарбаев. – Беҙҙең дәүләт эске туримзды үҫтереүгә иҫәп тота. Ҡунаҡханалар, кемпингтар, глэмпингтар төҙөү буйынса дәүләт программалары бар. Башҡортостанда, мәҫәлән, 2018-2019 йылдарҙа ике генә ошондай объект булһа, бөгөн улар 157 урында төҙөлә, 90 объект әҙер ҙә инде”.

“Башҡортостанда 151 мең предприятие бар, уларҙың һаны йылына 6,8 процентҡа арта бара, – тине Александр Демин. – Республика бизнес алып барыу шарттары уңайлы булған тәүге биш төбәк иҫәбенә инә”.

Ҡунаҡтар шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһының белгестәр әҙерләү кимәленә лә юғары баһа бирҙе.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас