Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә министр Ирина Головановаға ошондай бурыс йөкмәтте.
«Министрлыҡтың штаб режимында эшләүен һорайым. Һауа шарттары ҡатмарлы, температураны үҙегеҙ күрәһегеҙ. Әгәр ҡайҙалыр ғәҙәттән тыш хәл булһа, миңә хәбәр итегеҙ. Күмәкләп ярҙам итәбеҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, синоптиктар фаразлауынса, аҙнаның тәүге яртыһында Башҡортостанда -33 градусҡаса һыуыҡ булыуы көтөлә.