Башҡортостанда әле иң һыуыҡ көндәр һәм төндәр.
24 – 26 ғинуарҙа иң һалҡын көндәр көтөлә. Төндә һауа температураһы -31 градусҡаса төшә, көндөҙ -20....-22 градус. 25 һәм 26 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана.
Аҙна уртаһына йылыта төшә: 27 һәм 28 ғинуарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. 28-ендә һауа температураһы көндөҙ -10 градусҡаса күтәрелә, төндә -18 градус.
29 ғинуарҙа төндә -14 градус булһа, көндөҙ -8-гә тиклем күтәрелә. Айҙың һуңғы көнөндә болотло була, ҡыҫҡа ваҡытлы ҡар яуыуы ихтимал.
Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.