Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар , 21:59

Радий Хәбиров Шайморатов ордендарын тапшырҙы

Һәләк булған яугирҙәрҙең наградаһы яҡындарына бирелде.  

Радий Хәбиров Шайморатов ордендарын тапшырҙы
Радий Хәбиров Шайморатов ордендарын тапшырҙы

24 ғинуарҙа Яңауылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңауыл районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин, шулай уҡ Виктор Чернышенко, Зимфир Хөснөтдинов, Роман Ғәләүетдинов, Артур Тимершин, Марат Әхмәтйәнов, Денис Тимерйәнов, Одилжон Мамадаев, Илсур Хәйҙәров, Руслан Хановтың яҡындары ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең атай-әсәйҙәренең, ҡатындарының ҡайғыларын уртаҡлашты, уларға Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Яугирҙәр был наградаға батырлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң лайыҡ булды.

- Егеттәр – ысын геройҙар, улар аҙаҡҡа тиклем үҙҙәренең бурыстарын үтәне. Улар менән һеҙ ғорурлана алаһығыҙ. Һеҙҙең ҡайғыны уртаҡлашабыҙ, һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Һеҙҙең турала хәстәрлек күреү – муниципалитет етәкселәренең туранан-тура бурысы. Райондарҙа махсус хәрби операция геройҙары иҫтәлегенә мемориалдар һәм һәйкәлдәр аса башланылар. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Әгәр һаулығығыҙ менән проблема булһа, Өфөнөң яҡшы медучреждениеларына дауаланырға ҡабул итеүгә әҙербеҙ. Был һорауҙарҙы шәхси контроль аҫтында тотам.

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев муниципалилет хеҙмәткәрҙәре араһынан һәр ғаиләгә координатор беркетелеүен билдәләне. Даими рәүештә улар менән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының координаторы ла бәйләнештә тора.

Һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары Радий Хәбировҡа күрһәтелгән иғтибар, һорауҙарҙы хәл итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Радий Фәрит улы, һеҙҙең даими ярҙамығыҙ өсөн барлыҡ ғаиләләр исеменән рәхмәт белдерәм, - тине Игорь Нәсибуллиндың әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы. - Улым уҡыған Иҫке Вәрәш ауылы урта мәктәбендә һеҙҙең күрһәтмә буйынса капиталь ремонт эшләнде. Шулай уҡ 7,4 километр оҙонлоғонда юл төҙөкләндерелде, ул беҙҙең ауылды Сытырман ауылы менән тоташтыра, артабан Өфө – Яңауыл трассаһына сыға. Барлыҡ халыҡ исеменән үҙәк район дауаханаһына ремонтты тамамлау, районда юлдарҙы реконструкциялауҙы дауам итеү үтенесебеҙ бар.

Башҡортостан Башлығы медучреждениены ремонтлау мотлаҡ дауам ителәсәген белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың социаль маҡсатлы программаларға ярҙам фонды булышлығы менән тәүге этапта бинаның тышҡы йөҙө яңыртылды, ҡыйығы алмаштырылды. Шулай уҡ рентген диагностикаһы, флюорография кабинеттары ремонтланды, заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән маммограф ҡуйылды.

- Дауахана эсендә лә ремонтты дауам итәсәкбеҙ. Палаталарҙы, дауалау кабинеттарын тәртипкә килтерергә кәрәк, - тине Башҡортостан Башлығы. – Районда юлдарҙы ремонтлау ҙа өҫтөнлөклө бурыс булып тора, бының өсөн аҡсаны республиканың юл фондынан бүләбеҙ.

фото: Азат Мөхәмәтйәнов, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

          Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас