23 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә БАССР-ҙың халыҡ артисы Бәҙәр Йосопова исемендәге Актер йортон барып күрҙе һәм республика Театрҙар эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров менән осрашты. Көн тәртибендә – 1970 йылда асылған бинаны яңыртыу мәсьәләләрен тикшереү.
Төбәк етәксеһе уникаль акустиканы һаҡлаған 300 урынлыҡ тамаша залын, 48 урынлыҡ бәләкәй залды, заманса тауыш яҙҙырыу студияһын, республиканың билдәле артистары портреттары ҡуйылған фотогалереяны һәм фондында һирәк осрай торған һәм боронғо баҫмалары булған библиотеканы ҡараны.
Алмас Әмиров Актер йорто профессиональ аралашыу һәм театр берләшмәһе үҫеше өсөн мөһим ижади майҙансыҡ булып ҡалыуы тураһында һөйләне. Бында репетициялар, оҫталыҡ дәрестәре, актерҙар, режиссерҙар һәм драматургтар менән осрашыуҙар үтә, ә йәш артистар сәхнә оҫталарынан тәжрибә уртаҡлаша.
- Быйыл 88 йәшен билдәләүсе Театр эшмәкәрҙәре союзы төбәк бүлексәһе - илдә иң ҙурҙарҙың береһе. Беҙ республиканың 13 театр коллективын берләштерәбеҙ. Йәш профессионалдар менән эшләүгә айырыуса иғтибар бирәбеҙ. Беҙҙә “Момент истины” йәштәр премияһы бар – йыл һайын 35 йәшкә тиклемге коллегалар араһында иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр ролен билдәләйбеҙ, - тип хәбәр итте Алмас Әмиров.
Радий Хәбиров менән Алмас Әмиров Актер йортон комплекслы яңыртыу пландарын тикшерҙе. Төбәк етәксеһе был мәҙәниәт киңлегенең мөһимлеген билдәләне.
-Актер йорто Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Яҡында – театрҙар, университеттар. Студент саҡта бында йыш килә инек һәм был урын тураһында күңелдә иң яҡты иҫтәлектәр генә. Әммә бина иҫкергән, уны тәртипкә килтерергә кәрәк. Ремонт үткәрергә генә түгел, ә Актер йортон ысын мәғәнәһендәге мәҙәни үҙәккә әйләндереү тураһында һөйләшеп килештек. Киләһе оператив кәңәшмәлә тейешле күрһәтмәләр бирермен. Республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы 600-гә яҡын кешене берләштерә. Беҙҙең актерҙар һәм режиссерҙар – юғары профессионалдар, тамашасылар ҙа яҡшы зауыҡлы һәм талапсан. Шуның өсөн был проект мотлаҡ атҡарылыр тип ышанам, - тине Радий Хәбиров.
Билдәләп китергә кәрәк, төбәктә театрҙарҙы үҫтереү эҙмә-эҙлекле бара. Һуңғы биш йылда 10 шундай учреждениены ремонтланып, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 2025 йылда Башҡортостан театрҙары ете “Алтын битлек” премияһына лайыҡ булған – был уларҙың юғары һөнәри кимәлен раҫлаусы факт.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!