ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар , 05:59

Иләс ауылы батыры

"Рәхмәт" инженер-сапёрҙар батальоны составында алғы һыҙыҡта илебеҙ һағында тора 

Байрам менән Ватанды һаҡлаусылар!Байрам менән Ватанды һаҡлаусылар!
Байрам менән Ватанды һаҡлаусылар!

Үҙ теләге менән Ватаныбыҙ тыныслығы һағына баҫырға тәүәккәллек иткән ир-егеттәрҙең был аҙымдары батырлыҡҡа тиң. Улар Рәсәйҙе һаҡларға тигән анттарына тоғро ҡалып, хеҙмәттәрен намыҫлы башҡара. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы, махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итеүсе «Рәхмәт» позывнойлы яҡташыбыҙ тап шундайҙар рәтендә. Иләс ауылында тыуып-үҫкән егеткә тормош юлында әллә күпме һынауҙар осраһа ла ул улар аша лайыҡлы үтергә тырыша.

—Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлағандан һуң, ҡулыма повестка алып, әрмегә юлландым. Яҙмыш мине илебеҙҙең төньяғына, Норвегия менән сик буйында урынлашҡан Мурманск өлкәһенең Печенга ҡасабаһындағы хәрби частҡа илтте. Унда танк батальонында хеҙмәт иттем, — тип әңгәмәне башланы яугир.

Армиянан ҡайтҡас, йәнә ең һыҙғанып донъя көтөргә керешә ул. Йыраҡ Себер тарафтарында, Бүрәт Республикаһында тау-металлургия комбинатында техник контроль бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Үҙ эшен яҡшы белгән һәм оҫта башҡарған егет уңғанлығы, эшһөйәр булыуы менән коллективта хөрмәт ҡаҙана.  Махсус хәрби операция башланғас, етди ҡарарға килеп, үҙ теләге менән контракт буйынса хеҙмәткә алына. 2023 йылдан инженер-сапёрҙар батальоны составында алғы һыҙыҡта илебеҙ һағында тора.

—Контракт төҙөргәме-юҡмы тигән ҡарарҙы һәр кем үҙ аллы аңлы рәүештә һәм мотлаҡ яҡындары менән кәңәшләшеп ҡабул итергә тейеш. Әгәр теләк булһа, физик яҡтан да, рухи яҡтан да бихисап һынауҙарға ныҡ әҙер булырға кәрәк. Ике йыл дауамында Херсон йүнәлешендә, ә былтырҙан Донецк фронтында инженер-сапёрҙар батальонында механик-водитель булып хеҙмәт итәм. Алғы һыҙыҡта төрлө заданиеларҙы үтәргә тура килә. Ҡорал ташыйбыҙ, дрон ярҙамында ташлау өсөн үҙебеҙ шартлатҡыстар яһайбыҙ, дрондарҙан ҡурсалаған селтәрҙәрҙе юлдар өҫтөнә урынлаштырабыҙ һәм башҡа йөкләмәләрҙе башҡарабыҙ, – тип хәрби бурыстары менән ҡыҫҡаса таныштырҙы батыр егет.

Бынан тыш, яралыларҙы эвакуациялауҙа ла даими ҡатнаша ул. Бер яралы һалдатты шулай яу ҡырынан сығарғанда мәҡәлә геройыбыҙ үҙе лә йәрәхәттәр ала. Ҡаты алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» һәм Карбышев миҙалдарына лайыҡ булған.

—Блиндаж йә подвал булһынмы, барлыҡ йәшәү шарттарында күптән күнектек инде. Алға барған һайын көнкүреште үҙебеҙ яңынан хәстәрләйбеҙ. Гуманитар ярҙам өсөн рәхмәтлебеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты йәмғиәтенән «УАЗ» машинаһын, мотоцикл, маскировка селтәрҙәре һәм башҡаларҙы ебәрҙеләр. Яңыраҡ тыуған Хәйбулла районынан да тәүге тапҡыр посылка алып ҡыуандым. Ғөмүмән, алғы һыҙыҡта квадракоптерҙар, РЭБ-станциялар, йәҙрә мылтыҡтары (дробовиктар), генераторҙар, йылытҡыс ҡорамалдары һәр ваҡыт кәрәк һәм уларҙы алыуҙа ярҙам талап ителә, — ти әңгәмәсем.

«Рәхмәт» һөйләүенсә, уларҙың батальонында хәрби тәртип булдырылған, яугирҙар иһә, һәр ваҡыттағыса, бер-береһенә ярҙам итеп, туғандай булып, ҡулдан килгәнсә бер-береһен һаҡлап-ҡурсалап бар йөкләмәләрен намыҫ менән үтәйҙәр.

—Әлбиттә, алғы һыҙыҡта хәлдәр төрлөсә була. Йыш ҡына эргәңдәге яуҙаштарың ҡаты яралана. Был мәлдә, иң мөһиме паникаға бирелмәҫкә һәм үҙеңде ҡулға алырға кәрәк. Ауырлыҡтарға бирешмәү, ихтыяр көсөңдөң ныҡ булыуы ҡурҡыу тойғоһон еңергә ярҙам итә. Дөйөм алғанда, хәрби бурыстарҙы үтәп, блиндажға ҡайтҡандан һуң, шомло уйҙарҙы икенсе нәмәләргә йүнәлтергә, аш-һыу әҙерләү менән шөғөлләнергә тырышам, был күңелде тынысландырырға булышлыҡ итә, — тип уртаҡлашты яҡташыбыҙ.

Мәҡәлә геройыбыҙҙың атаһы механизатор, ә әсәһе һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар. Әсәһе күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалға лайыҡ булған. Ҡустыһы Сибайҙа йәшәй, әлеге ваҡытта вахта ысулы менән Себерҙә эшләй.

—Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла биш таҡыр булдым. Ҡайтҡанымда күберәк ата-әсәйем янында булырға тырышам, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашам. Аҡъярға бассейнға, массажға йөрөйөм. Өйҙә ҡаҙаным бар, шунда былау бешерергә яратам, — тип ҡыҫҡа ялдарын нисек уҙғарыуҙарын һөйләне һалдат.

«Рәхмәт» позывнойлы яугир донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, ил күгенең аяҙ булыуын теләй. Беҙ ҙә уға ҡушылып, Иләс ауылы ҡаһарманы кеүек илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән барлыҡ яҡташтарыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Иң мөһиме, уларҙы бәлә-ҡаза, дошман уты урап үтһен!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы хәрби комиссариатына (Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40) йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итергә була.

Автор:
Читайте нас