Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар , 15:34

Әле лә матурҙар, әле лә күркәм пар

Сиҙәм ауылында йәшәүсе Юлдыбай һәм Ғәзимә Аслаевтар бер уйлы, бер һүҙле булып ғүмер һуҡмағы буйлап 52 йыл бергә атлай.

Әле лә матурҙар, әле лә күркәм пар
Әле лә матурҙар, әле лә күркәм пар

Сиҙәм ауылында йәшәүсе Юлдыбай һәм Ғәзимә Аслаевтар бер уйлы, бер һүҙле булып ғүмер һуҡмағы буйлап 52 йыл бергә атлай. Ауылдаштары уларҙы матур балалар тәрбиәләгән, тырыш, уңған ғаилә булараҡ хөрмәт итә. Йорт-ҡура­ларының күркәмлеге, тө­ҙө­к­­­­­­­лөгө, өй эсендәге бөхтәлек, зауыҡ­лылыҡ бында уңған хужалар йәшәүен күрһәтеп тора. Беҙҙе алсаҡ хужалар йылы ҡаршы алды һәм  ихлас ғүмер йомғағын систе. 

Ғәзимә Фәхретдин ҡыҙы Иҫәнгилде ауылынан. Һомғол буйлы, асыҡ сырайлы, уңған  йәш ҡыҙҙы Әбделнасир ауылы егете Юлдыбай тәү күреүҙән оҡшата. 1973 йылда ике йәш йөрәк сәстәрен-сәскә бәйләп, Әбделнасирҙа бер аҙ йәшәгәс, Сиҙәм ауылына килеп төпләнәләр.

Юлдыбай Зәкир улы 1947 йылда 19 февралендә Әбделнасир ауылында донъяға килә. Ауылда башланғыс класты тамамлағас, Иҫәнгилде лә уҡыуын дауам итә. 11-се класты Өфө ауылы мәктәбендә тамамлай. 2,5 йыл Ҡаҙағстанда армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ауыл хужалығы техникумында уҡый. Ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгесте “Хәйбулла” совхозының Иҫәнгилде ауылындағы бүлексәһенә агроном итеп эшкә ебәрәләр. Тап шунда ғүмерлек тормош юлдашын осрата ла инде.

  • Иҫәнгилделә бер нисә йыл эшләгәс, “Хәйбулла” совхозына иҡтисадсы итеп эшкә алдылар һәм 1974 йылда ғаиләм менән Сиҙәм ауылына күсеп килдек. Ситтән тороп Башҡортостан ауылы хужалығы институтын тамамланым. Иҫәнгилде бүлексәһендә управляющий булып бер нисә йыл эшләгәс, 1981 йылда партком секретары итеп һайлап ҡуйҙылар. Артабан совхоздың баш иҡтисадсыһы, агроном булып эшләнем, - тип хеҙмәт йылдары тураһында хәтер йомғағын һүтте Юлдыбай Зәкир улы.

Ғәзимә Фәхретдин ҡыҙы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Юлдыбай Зәкир улы төрлө вазифаларҙа оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп,  совхоз тарҡалғас, бер йыл алда пенсияға сыға. Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Почет грамоталарына лайыҡ булғандар.

Аслаевтар өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары  яҡты донъяларҙа юҡ инде. Ҡыҙҙары Флүзә Аҡъяр ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы, Әлфинә Сибай ҡалаһы балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй. Ғаиләләре менән балалар үҫтереп, матур донъя көтәләр.

Бөгөн Аслаевтар икеһе лә дин юлында биш ваҡыт намаҙын уҡып, йыл һайын  изге Рамаҙан айында бергәләп ураҙа тоталар. Юлдыбай Зәкир улы ауыл мәсетенең имам-хатибы булып тора.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 1-се һанында

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас