Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар , 15:56

Ҡартлығында бәхетле ул

Сиҙәм ауылында йәшәүсе герой әсә, хеҙмәт ветераны Фаягөл Хәмитова ҡыҙҙары  һәм улдары хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Ҡартлығында бәхетле ул
Ҡартлығында бәхетле ул

Сиҙәм ауылында йәшәүсе герой әсә, хеҙмәт ветераны Фаягөл Хәмитова ҡыҙҙары  һәм улдары хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Фаягөл Ғата ҡыҙы 1939 йылда Борай районы Ғүмәр ауылында донъяға килгән. Башҡа һуғыш осоро балалары кеүек йәштән эшләп буй еткерә.

-Тормош иптәшем Ҡаниф күрше Алдар ауылы егете ине. 5 йыл хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, беҙҙең ауылға киске уйынға килгәндә миңә күҙе төшөп, урлап алып ҡайтып китте. 1958 йыл өйләнешеп, Борайҙа йәшәгәндә тормошобоҙға йәм өҫтәп, бер-бер артлы 7 балабыҙ донъяға килде. Ирем атаһының нигеҙенә йорт һалды,  һәр бер балаһын ҡыуанып ҡабул итте. 6 ҡыҙ, 5 ул тәрбиәләп үҫтерҙек,  - ти Фаягөл Ғата ҡыҙы.

Хәмитовтар тыуған яғы Борайҙа бер нисә йыл йәшәгәндән һуң,  Хәйбулла районына күсеп килеп, Сиҙәм ауылында төпләнәләр.  Фаягөл Ғата ҡыҙы “Хәйбулла” совхозында һауынсы булып эшләп, 11 бала әсәһе булараҡ 50 йәштән хаҡлы ялға сыға. Алдынғы һауынсылар рәтендә була. “Хеҙмәт ветераны”, “Әсәлек даны” һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ була. Ҡаниф Хәмит улы ла совхозда шофер, комбайнсы, бригадир булып, намыҫлы хеҙмәт итә.

Әле мәҡәләм геройы  87 йәштә булһа ла яңғыҙы донъя көтә. Ауылда йәшәгән ҡыҙҙары һәм улдары даими килеп ярҙамлашып йөрөйҙәр.

Бөгөн Фаягөл Хәмитова балалары, 37 ейән-ейәнсәре һәм 21 бүлә-бүләсәре араһында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. “Ошо бәхетемдән Хоҙай айырмаһын. Барыһына ла шөкөр итәм. Балаларымдың уңыштарына ҡыуанып йәшәйем”, - ти ул.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 1-се һанында

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас