Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар , 15:44

“50 йыл бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет”, - ти Кәримовтар

-

“50 йыл бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет”, - ти Кәримовтар
“50 йыл бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет”, - ти Кәримовтар

Сиҙәм ауылынан Сәмиғулла һәм Рәйсә Кәримовтар 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. 

Рәйсә Тайып ҡыҙы  Баймаҡ районынан. 8-се класты уңышлы тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Дипломлы йәш белгесте йүнәлтмә менән Сосновка мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Партияға инеп, әүҙем эшләгән йәш уҡытыусыны Баймаҡ районы мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.

- Йәш, дәрт-дарман ташып торған саҡ. Мәҙәниәт бүлеге мөдире булып 4 йылға яҡын эшләгәс, Йылайыр совхозына ауыл советы рәйесе итеп ҡуйҙылар.  Шунда эшләгәндә тормош иптәшем Сәмиғулла менән осрашып таныштыҡ. Ул бында апаһына килеп йөрөй ине. Күптә үтмәй 1975 йылдың  31 декабрендә ғаилә ҡорҙоҡ. Сиҙәм ауылына килгәс, балалар баҡсаһында хеҙмәт юлымды дауам иттем, - тип әңгәмәне башланы Рәйсә Тайып ҡыҙы.

Ғаилә башлығы Сәмиғулла Фәйзулла улы сығышы менән Вәлит ауылынан. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында зоотехникка уҡый. Артабан ситтән тороп Башҡортостан ауылы хужалығы институтын тамамлай.  “Хәйбулла” совхозында башта зоотехник, бригадир, һуңынан иҡтисадсы, диспетчер булып эшләй. 43 йыл дөйөм хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй.

Рәйсә Тайып ҡыҙы балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге Почет грамоталары менән баһалана. “Рәсәйҙең халыҡ мәғариф отличнигы” билдәһе менән наградланған.

-Мин эшләгән осорҙа балалар баҡсаһы гөрләп торҙо, балалар күп булды. Балалар баҡсаһына сират була торғайны. Районда иң яҡшы мәктәпкәсә учреждениеларҙың береһе булды. Беҙҙә даими семинарҙар үтә ине. Беҙҙең тәжрибәне өйрәнергә төрлө яҡтан тәрбиәселәр һәм мөдирҙәр килә торғайны. Ярҙамсы хужалыҡта сусҡа үҫтереп, балаларға костюмдар текттереп, ауылдар буйлап концерттар ҡуйҙыҡ. Ул ваҡытта халыҡ тырышып, йырлап йөрөп эшләне,  - тип хеҙмәт йылдарын хәтергә алды Рәйсә Кәримова.

Әүҙем, алдынғы ҡарашлы Рәйсә Тайып ҡыҙы урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем йәмәғәт эшен дауам итә.

Кәримовтар ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Әйткәндәй, был күркәм пар район гәзитенең тоғро дуҫы  ла. Йыл да яҙылып, туған телдә сыҡҡан районканың тиражын арттырыуға үҙ өлөштәрен индерә.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 1-се һанында.

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас