Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар , 15:55

Тормош матурлығын тойоп йәшәй ул

Бер быуатҡа тиң ғүмер юлында етеҙ, үткер зиһенле, яҡшы хәтерле булыуҙары, йәштәргә фәһемле кәңәштәрен биреп ултырыуҙары менән бәхетле улар быуыны. Һүҙ ҙә юҡ, үҙ елкәһендә татыған михнәттәре әле лә уларҙың йөрәк түрендә, онотолмай ҙа, ебәрмәй ҙә. Шулай ҙа, алтынға бәрәбәр сабырлыҡты юлдаш итеп, бер нимәгә ҡарамай алға атлайһың икән, үҙе бер батырлыҡ.

Тормош матурлығын тойоп йәшәй ул
Тормош матурлығын тойоп йәшәй ул

Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе 90 йәшлек оло ғүмер байрамын билдәләүсе Әлмирә Игебаева бик бәләкәй генә сағынан уҡ ауыр яҙмыш һынауҙарына дусар була. Ул Ғәйнетдин һәм Файза Буранбаевтарҙың ғаиләһендә 1936 йылда икенсе бала булып донъяға килә. Оҫта ҡуллы, тимерсе булып эшләгән Ғәйнетдин Хәйретдин улының донъяһы төҙөк, үҙенә күрә етеш була. Ауылда беренсе ҡул сепараты ла иң тәүҙә уларҙа барлыҡҡа килә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары сиратлап һөт айыртырға йөрөйҙәр. Тормош яйлап алға бара, халыҡ дәртләнеп донъя көтөргә тырыша, матур киләсәккә ынтыла. Әммә бар хыял һәм өмөттәрҙе селпәрәмә килтереп, ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Әлмирә Ғәйнетдин ҡыҙының әүҙем, сая холоҡло әсәһен колхозға бригадир итеп ҡуялар. Файза Насибулла ҡыҙы таңдан алып ҡараңғы төшкәнсе ҡыр эшенән ҡайтып инмәй, әле үҙе лә балалыҡтан сыҡмаған ҡыҙ өйҙә һеңлеһе менән ҡустыһын ҡарай. Ошо ике бәләкәй туғандарын үҙ ҡулында юғалтып, оло ҡайғы кисерергә тура килә уға.

Мәҡәләне тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 3-сө һанында уҡығыҙ.

Автор: Лира Такалова
Читайте нас