19 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республикала креатив индустрияларҙы үҫтереү тикшерелде.
Төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, Башҡортостанда был өлкәлә 9 меңдән ашыу хужалыҡ итеүсе субъект эшләй. Шул уҡ ваҡытта 2025 йылда ижади индустрияла эшҡыуарҙар һаны 30 процентҡа артҡан. Реклама һәм PR, программа тәьминәте, гастрономия, арт-индустрия һәм дизайн әүҙем үҫешә.
Былтыр Башҡортостан был өлкәләге юбилейлы Рәсәй Милли премияһы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең ижади төбәктәре араһында тәүге өсәү иҫәбенә инде.
Башҡортостанда иҡтисадтың ижади секторының иҡтисади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн уға дәүләт ярҙамының комплекслы системаһы булдырылды. Мәҫәлән, төбәктә ижади индустрияларҙы үҫтереү тураһында закон ҡабул ителде. Башҡортостанда креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса Совет эшләй, республика Башлығы ҡатнашлығында даими рәүештә “Креатив индустриялар сәғәте” форматында кәңәшмәләр үтә.
Шулай уҡ “Креатив Башҡортостан” сайты эшләй, унда ғәмәлдәге ярҙам саралары менән танышырға һәм креатив индустрия субъекттары реестрына индереүгә ғариза бирергә мөмкин.
Республика Башлығы иҡтисадтың ижади секторын үҫтереү бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, яңы эш урындары булдырыуға, төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ошо йүнәлештә системалы эште дауам итергә ҡушты.
– Муниципалитет етәкселәренең ысын мәғәнәһендә ижади индустрияларҙы үҫтереү идеяһы менән һуғарылыуы мөһим. Күп илдәрҙә уларҙың иҡтисадҡа индергән өлөшө 50 проценттан ашып китә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн 6-10 процент ориентир – ул инде әһәмиәтле күрһәткес. Иң мөһиме Башҡортостанда бик күп талантлы кешеләр йәшәй. Беҙҙең бурыс – улар үҙҙәрен тыуған республикала тормошҡа ашыра алһын өсөн шарттар булдырыу.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.