“Башҡортостан геройҙары” программаһы финалсыһы Рөстәм Кәримов “Берҙәм Рәсәй йәш гвардияһы”ның Башҡортостандағы төбәк штабына етәксе итеп тәғәйенләнде. Ул Суворов, Шайморатов һәм “Яуҙағы ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. “Һәр малай Салауат Юлаев менән Миңлеғәле Шайморатов батырлыҡтары тураһындағы тарихи мәғлүмәттәрҙе ишетеп үҫә. Әсәйем менән атайым, уҡытыусыларым Тыуған ил менән ғорурланырға, уның һаҡсыһы булырға һәм дошмандарға ҡаршы торорға өйрәтте. Ата-әсәй, ғаилә һәм Тыуған илең – иң ғәзиздәрең – тураһында һүҙ барғанда йомшаҡлыҡҡа урын ҡалмай”, - ти Рөстәм Кәримов.
2022 йылдың көҙөнә тиклем Салауаттан Рөстәм Кәримов һәр ҡәҙимге кешегә хас тормош алып барған – ҡатыны менән ул тәрбиәләгән, Салауаттағы заводта эшләгән. Артабан ир өлөшләтә мобилизациялау ваҡытында махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә юлланған. Ватанға хеҙмәт итеү – һәр ир-егеттең мөҡддәс бурысы, тип иҫәпләй ул. 2024 йылдың йәйендә яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта ҡаты яраланғас, медицина комиссияһы тикшергән һәм кире ҡарарын әйткән, әммә ундағы илһөйәрлек хисе һүнмәгән: Тыуған яғында ул йәштәр менән эшләй.
...Тормошто шул тиклем ныҡ яратҡан, ихлас, әүҙем һәм күптәргә өлгө булырлыҡ кешеләр була. Рөстәм Кәримов – тап шундайҙарҙан. Ул госпиталдә оҙаҡ дауаланған, әммә һыҙланыуҙарға, һынауҙарға бирешмәгән, һынмаған. Уның рухи көсө һәм йылмайыуы эргә-тирәләгеләргә дәрт өҫтәй. Беҙ уға яңы эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.
Фото: “Берҙәм Рәсәй йәш гвардияһы”ның Башҡортостандағы төбәк штабы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!